Genesis 27:27-29
27Яҡуп яҡын килеп атаһын үпте, кейеменән сыҡҡан еҫте һиҙеп, Исхаҡ уны ошо һүҙҙәр менән бәхилләне: – Улым еҫе – Раббы фатихалаған яландар еҫе,28Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә,
Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Алла.
29Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр,
Баш эйһен һиңә ырыуҙар.
Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин,
Әсәң уландары һиңә баш эйер.
Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр,
Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!
Copyright information for
BakIBT2023