‏ Genesis 35:22-26

22Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде.

Яҡуптың ун ике улы бар ине.

23Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.

24Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.

25Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.

26Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер.

Былар Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары.

Copyright information for BakIBT2023