Genesis 4:2-5
2Шунан һуң Ҡабилдың ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте. 3Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға бүләк килтерҙе. 4Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе, 5ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.
Copyright information for
BakIBT2023