Hebrews 1
Алла һүҙенең Улы аша тапшырылыуы
1Үткән замандарҙа Алла ата-бабаларыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөсә мөрәжәғәт итте. 2Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне. 3Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы. 4Уның Алланан бирелгән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.Алла Улы фәрештәләрҙән өҫтөн
5 a bҠасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым.Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», –
тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уға Атай,
ә Ул Миңә Улан булыр», –
тигәнме? 6 cЙәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтә фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.
7 dФәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел,
хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән.
8 eУлы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек,
батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.
9Һин дөрөҫлөктө яраттың,
яуызлыҡты күрә алманың.
Шуға күрә Алла, Һинең Аллаң,
шатлыҡ майы менән мәсехләп,
дуҫтарыңдан Һине өҫтөн ҡуйҙы», – тиелгән.
10 fАлла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ерҙең нигеҙен ҡорҙоң,
күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше.
11Улар юҡҡа сығыр, ә Һин мәңге ҡалырһың.
Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр,
12Һин уларҙы өҫ кейемеләй төрөп ҡуйырһың,
кейемдәй улар алмаштырылыр.
Үҙең иһә гел үҙгәрешһеҙ ҡалырһың,
ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ», – ти.
13 gФәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды
аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр», –
тип әйттеме икән? 14Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?
Copyright information for
BakIBT2023