Hebrews 11
Кешеләр тормошонда иман
1Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашырына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау. 2Беҙҙең ата-бабаларыбыҙға шундай имандары өсөн Алла тарафынан хуплау бирелгән. 3 aҒаләмдең Алла һүҙе менән яратылғанын һәм күренгән нәмәләрҙең күренмәгәндәренән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ. 4 bҺабил ▼▼ Һабил – Һабил менән Ҡабил – Әҙәм менән Һауаның улдары. Ҡабил Һабилды үлтерә.
иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй. 5 dХанох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. «Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала». Алланың, янына алғанға тиклем үк, уның менән ҡәнәғәт булғаны шаһитлыҡ ителгән. 6Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш. 7 eНух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған. 8 fИбраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара. 9Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ергә килеп урынлашып, килмешәк булып сатырҙа йәшәй. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуп та сатырҙа йәшәй. Улар ҙа уның менән бергә Алла вәғәҙә иткәнде алырға тейеш була. 10Ибраһим, рәссамы ла, төҙөүсеһе лә Алла булған ныҡ нигеҙле ҡаланы көтөп алған. 11 gАуырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана. 12 hШуның өсөн дә бер генә кеше, ҡарыуы ҡайтҡан булһа ла, күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөгөндәй иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом биргән. 13Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар. 14Былай тип әйтеүселәр үҙҙәренең ысын йәнтөйәген эҙләүҙәрен күрһәтәләр. 15Әгәр улар ҡалдырып киткән төйәктәре тураһында уйлаған булһа, кире ҡайтыу мөмкинлеген дә табырҙар ине. 16Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне. 17– 18 i jИбраһим, Алла тарафынан һыналғанда, иманы арҡаһында ҡорбанға Исхаҡты тәҡдим итте. Ул үҙенә вәғәҙә ителгән һәм: «Һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ», – тип әйтелгән берҙән-бер улын ҡорбан итеп бирергә лә әҙер ине. 19Ибраһим, Алла хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы һәм Исхаҡты үлгәндән һуң кире ҡайтарып алды, тиһәң дә була. 20 kИман арҡаһында Исхаҡ Яҡуп менән Ғаязды киләсәктәре тураһында һөйләп, фатихаланы. 21 lЯҡуп үлер алдынан Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе. 22 mИман аша Йософ ғүмеренең һуңғы көндәрендә Исраил халҡының Мысырҙан сығасағы тураһында һөйләне һәм үҙ һөйәктәрен нимә эшләтергә икәнлеген әйтте. 23 nИман аша Муса ла ата-әсәһе тарафынан өс ай буйы йәшереп тотола, сөнки ата-әсәһе уның бик матур бала булыуын күрә, уларҙы батша фарманы ла ҡурҡытмай. 24 oМуса, ир ҡорона ингәс, иман аша фирғәүен ҡыҙының улы тип йөрөтөлөүҙән баш тарта. 25Гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк ҡуя. 26Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй. 27 pИман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды. 28 qИман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Исраил халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне. 29 rИман аша Исраил халҡы Ҡыҙыл диңгеҙҙе ҡоро ерҙән барғандай кисеп сыға, ә Мысыр кешеләре, шулай уҡ эшләп ҡарап, бөтәһе лә батып үлә. 30 sИсраил кешеләре иман менән ете көн рәттән Йерихо ҡалаһын урағандан һуң, уның диуарҙары ишелеп төшә. 31 tБоҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай. 32Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ. 33Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба, 34ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә. 35Ҡайһы бер ҡатындарға уларҙың үлгән яҡындары терелтелеп ҡайтарылған. Башҡалары иһә, үлемгә еткергәнсе ыҙалатһалар ҙа, яҡшыраҡ тормошта терелер өсөн иректән баш тарта. 36Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла. 37Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреһе ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар. 38Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй. 39Улар бөтәһе лә имандары өсөн Алланан хуплау ала, тик береһе лә фани донъяла саҡта вәғәҙә ителгәнде алмай. 40Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә әҙерләгән.
Copyright information for
BakIBT2023