‏ Hebrews 12

Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ

1Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек. 2Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына
Шатлыҡ хаҡына – «шатлыҡ урынына» тип тә аңларға мөмкин.
арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.
3Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

4Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле. 5 bАтай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә:

«Улым, Раббының һабағына битараф булма,
Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә.
6Раббы яратҡан бәндәһен тәрбиәләй,
ҡабул иткән балаһына яза бирә», –

тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ.
7Һынауҙарығыҙҙы тәрбиәләнеү кеүек үткәрегеҙ – бынан Алланың һеҙгә үҙ улдарына ҡараған кеүек ҡарауы күренә. Атаһы тәрбиә бирмәгән бала бармы ни? 8Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ – Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары. 9Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит. 10Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла – үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй. 11Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә.

Алланы кире ҡаҡмаҫҡа саҡырыу

12 cШуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ 13һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.

14Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ. 15Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ. 16 dҠарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең баш бала булыу хоҡуғын һатҡан Ғаяз кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын. 17Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, булған хәлде бер нисек тә үҙгәрттерә алмаған.

18Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла, 19борғо тауышына ла, һүҙҙәрҙе әйтеүсе тауышҡа ла килмәнегеҙ. Ә тауыш шундай һүҙҙәр әйтә, уларҙы ишеткән кешеләр бүтәнсә һөйләмәүҙәрен ялбара. 20 eБыл тыңлаусылар: «Был тауға хатта хайуан ҡағылһа ла, ул таш менән бәреп үлтерелер», – тигән бойороҡ һүҙҙәренә түҙә алмаған. 21 fБыл күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», – тигән
Бында исраилдар тарихындағы ваҡиғалар, Алланың Хорев тауында Үҙ халҡына күренеүе телгә алына. Ә Мусаға ҡанун бүләк ителгән был тауҙы Синай тип тә атайҙар.
.

22Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ. 23Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтәһенең Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына, 24 hяңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны
Һирпелгән ҡан – Тәүраттан билдәле булыуынса, ҡаһин, пакландырыу өсөн, кешеләрҙең гонаһтары өсөн салынған ҡорбандың ҡанын килешеү һандығы өҫтөнә һипкән.
янына килдегеҙ.

25Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ. 26 jУл саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», – тип вәғәҙә бирә. 27«Тағы бер тапҡыр» тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер. 28Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек, 29 kсөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.

Copyright information for BakIBT2023