‏ Hebrews 13

Алла хуш күргән тормош

1Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ. 2Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән. 3Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя. 4Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит. 5 aБайлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән. 6 bШулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә:

«Раббым – минең Ярҙамсым,
шуға ла ҡурҡмайым.
Әҙәм миңә нимә ҡыла ала?» –

тип әйтә алабыҙ.

7Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ. 8Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк. 9Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит. 10Беҙҙең ҡорбан усағыбыҙ бар, Изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ. 11 cГонаһтар өсөн килтерелгән ҡорбан малының ҡанын баш ҡаһин Иң мөҡәддәс урынға алып инә, ә түшкәләре уларҙың тупламынан ситтә яндырыла. 12Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән. 13Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ. 14Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ киләсәктәге ҡаланы көтәбеҙ. 15 dШуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, йәғни Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ. 16Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.

17Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ. 18Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ. 19Мин һеҙҙән янығыҙға тиҙерәк ҡайтыуымды теләп доға ҡылыуығыҙҙы айырыуса үтенәм.

Доға һәм сәләмләү һүҙҙәре

20Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте. 21Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.

22Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит. 23Имандашыбыҙ Тимоҫеустың азат ителгәнен хәбәр итергә теләйем, ул тиҙҙән яныма килһә, һеҙҙе бергәләп күрербеҙ. 24Бөтә етәкселәрегеҙгә һәм Алланың барлыҡ изге халҡына сәләм. Италиялағы имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. 25Һәммәгеҙгә лә мәрхәмәт булһын
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар.
.

Copyright information for BakIBT2023