‏ Isaiah 1

1Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.

Раббының Үҙ халҡын иҫкәртеүе

2Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал!
Сөнки Раббы былай ти:
«Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым,
Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.
3Үгеҙ – үҙенең хужаһын,
Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә.
Бары тик Исраил белмәй,
Минең халҡым аңламай».

4Гонаһ ҡылған ҡәүемгә,
Енәйәттәре ауыр халыҡҡа,
Яуыздар тоҡомона,
Боҙоҡ балаларға ҡайғы!
Улар Раббыны ташланы,
Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы,
Уға арҡалары менән боролдо.

5Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң?
Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ?
Башығыҙ тулы яра,
Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.
6Түбәгеҙҙән табанығыҙғаса
Һау урын юҡ: яра, эрен, ҡутыр –
Таҙартылмаған, май һөртөлмәгән, бәйләнмәгән.

7Ерегеҙ ташландыҡҡа әйләнгән,
Ҡалаларығыҙ үртәлеп көлгә ҡалған.
Яттар тупрағығыҙҙың уңышын
Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа ашай,
Сит ҡәүемдәр бөтәһен дә аҫтын өҫкә әйләндерҙе!
8Сион-ҡыҙ
Сион-ҡыҙ – Сион тауында урынлашҡан Йәрүсәлим ҡалаһының шиғри атамаһы. Бында һәм башҡа шундай урындарҙа Сион һәм Йәрүсәлим ҡатын-ҡыҙға тиңләштерелә.
– йөҙөм баҡсаһындағы әүеҫлек,
Йәшелсә баҫыуындағы ҡыуыш,
Ҡамауҙағы ҡала һымаҡ ҡалды.
9Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа,
Беҙ Содом һымаҡ булыр,
Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.
10Эй һеҙ, Содом хакимдары,
Ишетегеҙ Раббы һүҙен!
Аллабыҙ ҡанунын тыңла,
Эй Ғамора халҡы
Содом хакимдары һәм Ғамора халҡы – бында Йәһүҙә етәкселәре һәм халҡы күҙ уңында тотола.
!
11«Нимәгә Миңә мул ҡорбандарығыҙ? – ти Раббы. –
Яндырылған һарыҡ тәкәләренән,
Һимертелгән малдарығыҙҙың майынан
Ғарыҡ булдым.
Башмаҡ, һарыҡ, кәзәләрҙең ҡаны –
Улар түгел Минең теләгәнем.
12Хозурыма килгән сағығыҙҙа
Быларҙы һеҙҙән кем һорай?
Ҡорамымдың ихатаһын ниңә тапайһығыҙ?
13Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ.
Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ!
Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә,
Изге йыйындарығыҙға –
Енәйәтсел йыйындарығыҙға түҙә алмайым!
14Күңелем нәфрәтле яңы ай һәм башҡа байрамдарығыҙға.
Улар Минең өсөн бер йөк булды.
Уларҙы ташып арыным.

15Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда,
Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм.
Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым –
Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
16Йыуынығыҙ, пакланығыҙ.
Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ,
Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.
17Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ,
Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ,
Залимдарҙы фашлағыҙ,
Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ,
Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»

Раббының Йәрүсәлимде хөкөм итеүе

18«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, –
Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа,
Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар.
Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән,
Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.
19Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ,
Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.
20Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ,
Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк».
Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.

Гонаһ тулы ҡала

21Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим –
Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән?
Ул ғәҙеллек менән тулы ине;
Ул хаҡлыҡ төйәге булды,
Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!
22Көмөшөң төпрәгә әүерелгән;
Шарабыңа һыу ҡушылған.
23Башлыҡтарың – фетнәселәр,
Бурҙар менән әшнә улар;
Барыһы ла ришүәт яраталар,
Бүләк артынан сабалар.
Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар,
Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.

24Шуға күрә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Исраилдың Ҡөҙрәтлеһе былай тип белдерә:
«Дошмандарыма асыуымды түгермен;
Уларҙан үсемде алып йыуанырмын.
25Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп,
Юшҡыныңды һелте менән таҙартҡандай,
Бөтә бысрағыңды юҡ итермен.
26Элекке дәүерҙә булғандағы һымаҡ
Ғәҙел хөкөмдарҙарыңды, кәңәшселәреңде ҡайтарырмын.
Шунан һуң „Хаҡлыҡ ҡалаһы“,
„Тоғро ҡала“тип һин аталырһың».

27Сион – ғәҙеллек аша йолоп алыныр,
Тәүбәгә килгән халҡы хаҡлыҡ менән ҡотолор.
28Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр,
Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.

29Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында
Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ;
Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер.
30Япраҡтары һулыған имәнгә,
Һыуһыҙ баҡсаға әйләнерһегеҙ.
31Ҡеүәтле кешеләрегеҙ – сүбәк кеүек,
Ҡылған ғәмәлдәре осҡон һымаҡ булыр ҙа
Икеһе бергә яныр, һүндереүсе булмаҫ.
Copyright information for BakIBT2023