Isaiah 10
1– 2Ярлыларҙы ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалдырыр,Халҡымдың көсһөҙҙәренең хоҡуҡтарын тартып алыр,
Тол ҡатындарҙы үҙенә яумал итер,
Етемдәрҙең малын талап алыр өсөн
Яуыз ҡағиҙәләр яҙған,
Хаҡһыҙ ҡанундар сығарған бәндәләргә ҡайғы!
3Яза көнөндә
Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ?
Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ?
Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?
4Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән,
Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан
Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ.
Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы,
Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.
Алланың Ашшурҙы хөкөм ҡылыуы
5«Ҡайғы Ашшурға – асыуымдың күҫәгенә!Ярһыуымдың таяғы – уның ҡулында!
6Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм,
Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә,
Таларға һәм яумал итеп алырға,
Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.
7Тик Ашшурҙың уйында был түгел,
Ул был хаҡта ниәт тотмай;
Уның теләге – емереү,
Күп халыҡтарҙы юҡ итеү.
8„Минең ғәскәр башлыҡтарым, – ти ул, –
Һәммәһе лә батша һымаҡ түгелме ни?
9Калне Каркемиш кеүек түгелме?
Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме?
Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?
10Боттары Йәрүсәлим менән Самарияныҡынан да күп булған
Һындарға табынған батшалыҡтарҙы ҡулға төшөргән мин
11Самария менән боттарына ни эшләһәм,
Шуны Йәрүсәлимгә һәм уның һындарына ҡыла алмаммы?“»
12Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге,
Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.
13Сөнки ул:
„Быны мин ҡулымдың көсө,
Зирәк аҡылым менән эшләнем,
Сөнки мин аҡыллымын:
Халыҡтарҙы айырған сиктәрҙе юҡ иттем,
Хазиналарын талап алдым,
Батшаларҙы үгеҙ кеүек тәхеттән һөҙөп төшөрҙөм.
14Халыҡтарҙың байлығын мин
Ояны туҙҙырғандай туҙҙырҙым,
Ташлап ҡалдырылған йомортҡа һымаҡ итеп,
Бөтөн донъяны үҙемә йыйҙым.
Ҡанатын ҡалҡытып, томшоғон асҡан,
Пысҡылдаған һис кем табылманы!“»
15Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы?
Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме?
Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы?
Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?
16Шуға күрә бөйөк Хакимыбыҙ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Ашшурҙың көслө ғәскәрҙәренә
Аҙаплы сир ебәрәсәк.
Уның шөһрәте аҫтына гөлтләп янған ут һаласаҡ.
17Исраилдың Нуры – ут,
Исраилдың Изгеһе ялҡын булыр.
Ашшурҙың сәнскәк-билсәндәрен
Бер көн эсендә яндырып юҡ итер.
18Данлыҡлы урмандары,
Уңдырышлы ҡырҙары,
Үлемесле сиргә тарыған әҙәмдәй,
Тотошлай харап булыр.
19Урмандарында тороп ҡалған ағастар
Хатта бала һанап сығырҙай аҙ булыр.
Исраилдың иҫән ҡалғандары
20Ул көн Исраилдың иҫән ҡалғандары,Яҡуп нәҫеленең ҡасып тере ҡалғандары
Үҙҙәренә һөжүм иткәндәргә түгел,
Ысын күңелдән Раббыға,
Исраилдың Изгеһенә, таянырҙар.
21Һау ҡалғандар,
Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары
Ҡөҙрәтле Аллаға кире ҡайтыр ▼
▼ Иҫән ҡалғандары… ҡайтыр – был һүҙҙәр йәһүд телендә Ишағыяһ улына ҡушҡан Шеар-Яшув исеме менән бер төрлө. Ҡарағыҙ: 7:3.
.22Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла,
Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр.
Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған,
Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.
23Шулай бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Был алдан билдәләнгән һәләкәтте
Бөтә ер йөҙөндә ғәмәлгә ашырасаҡ.
24Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
«Эй һин, Сионда йәшәгән халҡым!
Ашшурҙар, мысырҙар һымаҡ,
Һине таяҡ менән туҡмап,
Өҫтөңдә күҫәк күтәргән саҡта ҡурҡма.
25Оҙаҡламай, бик тиҙҙән һеҙгә булған асыуым үтер,
Ярһыуым Ашшурҙы юҡ итеүгә йүнәлер.
26Шунда Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Мидйәндәрҙе Ғорев ҡаяһы янында тар-мар иткәндәге һымаҡ ▼
▼ Ҡарағыҙ: «Хакимдар», 7:25.
,Ашшурға ҡаршы ҡамсы күтәрер.
Ҡасандыр Мысырҙағылай,
Таяғын диңгеҙ өҫтөнә һуҙыр.
27Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан,
Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр.
Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр».
Баҫҡынсыларҙың Йәрүсәлимгә һөжүме
28Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар,Михмаста йөктәрен бушаттылар;
29Тарлауыҡты үттеләр,
«Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр.
Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны,
Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте.
30Галлим ҡыҙы, үкереп ила!
Лайша халҡы, уны тыңла!
Яуап ҡайтар уға, Ғанаҫоҫ!
31Мадменаның халҡы ҡасты,
Гевимда йәшәүселәр йәшенә.
32Баҫҡынсылар бөгөн үк Нов ҡалаһында торасаҡ,
Сион тауына,
Йәрүсәлим ҡалҡыулығына йоҙроғон янаясаҡ.
33Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Дошманды дәһшәтле көсө менән
Ағас ботағылай һындырасаҡ.
Иң оҙон ағастар ҡырҡыласаҡ,
Бейектәре йығып һалынасаҡ.
34Ул балта менән урман шырлығын ҡыра,
Ливан Ҡөҙрәт Эйәһе алдына ҡолаясаҡ.
Copyright information for
BakIBT2023