‏ Isaiah 10:22-23

22Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла,
Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр.
Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған,
Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.
23Шулай бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Был алдан билдәләнгән һәләкәтте
Бөтә ер йөҙөндә ғәмәлгә ашырасаҡ.
Copyright information for BakIBT2023