‏ Isaiah 11

Ишай тамырының үҫентеһе

1Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ,
Ишай
Ишай – Дауыт батшаның атаһы.
нәҫеленән бер үҫенте сығыр,
Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер.

2Унда Раббының Рухы –
Аҡыл һәм зирәклек рухы,
Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы,
Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр.
3Ул Раббынан ҡурҡыуынан зауыҡланыр,
Күҙҙәре күргәнгә генә ҡарап хөкөм итмәҫ,
Ишеткәндән сығып ҡына ҡарар ҡылмаҫ.
4Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер,
Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар.
Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар,
Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.
5Дөрөҫлөк уның билендә билбау булыр,
Тоғролоҡ булыр билендәге ҡайышы.

6Ул саҡта бүре менән бәрәс бер ерҙә йәшәр,
Ҡаплан менән кәзә бәрәсе бергә ятыр,
Быҙау менән йәш арыҫлан бергә ашар,
Уларҙы бәләкәй генә бала көтөр.
7Һыйыр менән айыу бергә утлап йөрөр,
Уларҙың балалары йәнәшә ятыр;
Арыҫлан да үгеҙ һымаҡ һалам ашар.
8Сабый бала йылан ояһы янында уйнар,
Бәпес ҡара йыландың өңөнә ҡулын һуҙыр.
9Изге тауымдың һәр тарафында
Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ.
Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ,
Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.

Һөргөндәге исраилдарҙың ҡайтыуы

10Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ
Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ.
Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк,
Уның торлағы данлы буласаҡ.
11Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр,
Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы
Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан,
Шинғарҙан, Хамаҫтан,
Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.
12Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер,
Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар,
Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен
Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр.
13Әфраимдың көнсөллөгө юҡҡа сығыр,
Йәһүҙәнең дошманлығы эҙһеҙ бөтөр.
Әфраим башҡаса Йәһүҙәнән көнләшмәҫ;
Йәһүҙә Әфраимды ҡыйырһытмаҫ.
14Бергәләп осоп ҡунырҙар
Пелештиҙәр яурынына көнбайышта,
Көнсығыштағы халыҡтарҙы таларҙар,
Эдом менән Моав ерҙәренә ҡул һалырҙар,
Ғаммонды буйһондорорҙар.
15Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор,
Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә
Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер;
Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр.
16Исраилдар Мысырҙан сыҡҡан саҡтағы һымаҡ,
Раббының Ашшурҙа иҫән ҡалған халҡы өсөн
Сығырға оло бер юл асылыр.
Copyright information for BakIBT2023