Isaiah 12
Ҡотолғандарҙың рәхмәт йыры
1Эй Исраил, ул көндө әйтерһең:«Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы!
Һин миңә асыулы инең,
Инде асыуың баҫылды,
Миңә Һин йыуаныс бирәһең.
2Алла – Ҡотҡарыусым минең,
Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым;
Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым,
Ул минең ҡотҡарыусым!»
3Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ.
4Ул көндө һеҙ әйтерһегеҙ:
«Раббыға шөкөр итегеҙ,
Уны исеме менән саҡырығыҙ.
Халыҡтарға Уның ғәмәлдәрен белдерегеҙ,
Исеменең бөйөклөгөн һөйләгеҙ!
5Раббыға мәҙхиә йырлағыҙ,
Сөнки күркәм эштәр ҡылды.
Был бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын.
6Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон –
Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»
Copyright information for
BakIBT2023