‏ Isaiah 13

Алланың Бабилды язалаясағы

1Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге.

2«Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ!
Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә,
Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар
Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен.

3Үҙем һайлап алғандарға әмер бирҙем,
Асыуымды ғәмәлгә ашырһындар өсөн
Батыр яугирҙәрҙе,
Бөйөклөгөмә ғорурланғандарҙы саҡырып алдым».

4Тауҙарҙағы шау-шыуҙы тыңлағыҙ,
Ул күмәк халыҡтың тауышына оҡшаш.
Бер ергә йыйылған ҡәүемдәрҙең,
Батшалыҡтарҙың геүләүен ишетегеҙ!
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һуғышҡа сиреү әҙерләй.
5Улар алыҫ илдән, күк көмбәҙенең ситенән килә:
Раббы һәм Уның асыуының ҡоралы
Бөтә ер йөҙөн тар-мар итәсәк.

6Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын!
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ебәргән
Һәләкәт булып килә ул көн!
7Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр,
Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер.
8Барыһын да дәһшәт сорнап алыр,
Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп,
Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар.
Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар,
Биттәре уттай янып ҡыҙарыр.

9Бына Раббының көнө яҡынлай – аяуһыҙ көн!
Ул көн дәһшәт, асыу-нәфрәт алып килә.
Ерҙе бушлыҡҡа әйләндерергә,
Уның гонаһлыларын һәләк ҡылырға килә.
10Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ,
Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш,
Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.

11Әйтер Раббы:
«Донъяны – яуызлығына күрә,
Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым.
Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям,
Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм.
12Мин кешеләрҙе саф алтындан аҫылыраҡ,
Офир алтынынан да аҙыраҡ итәм.
13Шуға күрә күктәрҙе дер һелкетермен,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы дөрләгән көндө,
Уның ярһыуынан ер урынынан ҡуҙғалыр!

14Шул сағында һәр кем аусы эҙәрләгән ғәзәл,
Көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ һымаҡ,
Үҙ халҡы янына йүгерер,
Үҙенең еренә ҡасыр.
15Ҡасып китә алмағанына һөңгө ҡаҙалыр,
Тотолғандар ҡылыстан йығылыр.
16Күҙ алдында сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡларҙар,
Йорттарын таларҙар,
Ҡатындарын мәсхәрә итерҙәр.

17Бына Мин мадайҙарҙы уларға ҡаршы ҡуям,
Уларҙың көмөшкә иҫе китмәй,
Алтынды эшкә лә һанамайҙар.
18Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр,
Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ.
Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».

19Батшалыҡтар араһында иң гүзәле,
Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил
Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр.
20Унда башҡаса һис кем йәшәмәҫ,
Мәңгегә берәү ҙә төйәкләнмәҫ.
Ғәрәптәр үҙҙәренең сатырын ҡормаҫ,
Көтөүселәр малдарын ялға туҡтатмаҫ.
21Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр,
Өйҙәргә өкөләр тулыр,
Дөйәғоштар оя ҡорор,
Тәкәләр уйнаҡлап йөрөр.
22Уның ҡәлғәләрендә – һыртландар,
Затлы һарайҙарында сүл бүреләре олор.
Бабилдың ахыры яҡын инде,
Көндәре һанаулы ғына ҡалды.
Copyright information for BakIBT2023