Isaiah 13:19-21
19Батшалыҡтар араһында иң гүзәле,Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил
Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр.
20Унда башҡаса һис кем йәшәмәҫ,
Мәңгегә берәү ҙә төйәкләнмәҫ.
Ғәрәптәр үҙҙәренең сатырын ҡормаҫ,
Көтөүселәр малдарын ялға туҡтатмаҫ.
21Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр,
Өйҙәргә өкөләр тулыр,
Дөйәғоштар оя ҡорор,
Тәкәләр уйнаҡлап йөрөр.
Copyright information for
BakIBT2023