Isaiah 14
Исраилдарҙың үҙ иленә ҡайтыуы
1Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып,Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр –
Уны үҙ иленә ҡайтарыр.
Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр,
Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.
2Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр.
Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер.
Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр,
Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.
Бабил батшаһы тураһында мәсхәрәле йыр
3Раббы һеҙҙе ҡайғы-ғазаптарҙан, ҡурҡыуҙан, ауыр эштән ҡотҡарған көндө, 4Бабил батшаһын мыҫҡыллап, ошо һүҙҙәрҙе әйтерһең:«Бына иҙеүсе нисек дөмөктө,Залимлыҡтың ахыры етте!
5Раббы яуыздарҙың күҫәген,
Хакимдарҙың таяғын һындырҙы!
6Ҡотороноп, ул таяҡ халыҡтарҙы туҡтауһыҙ туҡмай,
Ярһып, ҡәүемдәрҙе аяу белмәй иҙә,
Рәхимһеҙ эҙәрләй ине.
7Хәҙер иһә бөтә донъя кинәнеп ял итә,
Шатланып йырлай.
8Хатта кипаристар ҡыуана һәләкәтеңә,
Ливан кедрҙары ла шатлана:
„Инде һин соҡорҙа ятаһың,
Беҙҙе бер кем дә ҡырҡырға килмәҫ“, – тиҙәр.
9Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип,
Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы!
Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты,
Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын,
Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы.
10Һәммәһе һиңә өндәшеп, әйтер:
„Һин дә беҙҙең кеүек көсһөҙ хәҙер,
Хас та беҙгә оҡшап ҡалдың!“
11Шөһрәтең лира ауаздары менән бергә
Үлеләр донъяһына төштө.
Селәүсендәр – аҫтыңдағы түшәк,
Өҫтөңдәге япмаң – ер ҡорттары хәҙер.
12Эй һин, балҡыу йондоҙ, таң улы,
Нисек күктән ҡолап төштөң?
Эй һин, ҡәүемдәрҙе еңеүсе,
Ергә төшөп, селпәрәмә килдең.
13Эсеңдән әйткән инең: „Күккә ашырмын,
Тәхетемде Алланың йондоҙҙарынан да юғарыраҡ ҡуйырмын,
Алыҫ төньяҡта, илаһтар йыйылған тауҙа ултырырмын,
14Болоттарҙан да өҫкәрәк менермен,
Юғарыларҙан Юғарыға тиң булырмын“.
15Әммә һин үлеләр донъяһына,
Упҡындың тәрәнлегенә ырғытылдың.
16– 17Һине күргән һәр кем, текләп ҡарап, былай уйлар:
„Ер һелкетеп, батшалыҡтарҙы дер ҡалтыратып торған,
Донъяны бушлыҡҡа әйләндереп, ҡалаларҙы ергә тигеҙләгән,
Әсирҙәрҙе өйҙәренә ҡайтармаған әҙәм ошомо инде?“
18Ҡәүемдәрҙең батшалары, барыһы ла,
Ҡәҙер-хөрмәттә ерләнеп,
Һәр береһе үҙ кәшәнәһендә ята.
19Ә һин, ҡырҡып ташланған ботаҡтай,
Ҡәбереңдән тышҡа ырғытылдың.
Таш соҡорға бырғалған мәйеттәр,
Ҡылыстан тураҡланған мәйеттәр,
Һинең кәфенең булырҙар.
Мәйетең аяҡ аҫтына һалып тапалыр.
20Илеңде харап итеп, халҡыңды ҡырған өсөн
Башҡа батшалар һымаҡ ерләнмәйәсәкһең.
Яуыздар тоҡомо башҡа мәңге иҫкә алынмаһын.
21Аталарының енәйәтенә күрә
Уның улдарын салырға урын әҙерләгеҙ.
Улар ҡалҡып, донъяға хужа булмаһын,
Ер йөҙөн ҡалалары менән тултырмаһын».
22«Бабил батшаһына ҡаршы ҡалҡасаҡмын».
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.
«Бабилдың исемен, иҫән ҡалған халҡын,
Нәҫел-нәсәбен юҡ итәсәкмен, – ти Раббы. –
23Ул урынды терпеләр төйәгенә, һаҙлыҡҡа әйләндерәм,
Ҡырғын һеперткеһе менән һепереп түгәм».
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.
Ашшур ғәскәренең һәләк булыуы
24Ант итеп әйтә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы:«Мин нисек ниәтләгәнмен, һис шикһеҙ шулай буласаҡ,
Ҡайһылай ҡарар ҡылғанмын, мотлаҡ ғәмәлгә ашасаҡ.
25Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм,
Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм.
Халҡым Ашшур ҡамытынан,
Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.
26Бар донъяға ҡарата ҡорған ниәтем,
Ҡәүемдәргә ҡаршы күтәрелгән ҡулым – ошо».
27Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡарарын кем боҙа алыр?
Һуҙған ҡулын кем туҡтатып ҡалыр?
Алланың пелештиҙәрҙе язалаясағы
28Ахаз батша үлгән йылды шундай әүлиәлек булды: 29«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма,Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр.
Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.
30Ул сағында ярлының иң ярлыһы ла ашап туйыр,
Хәйерселәр рәхәтләнеп йәшәр.
Әммә һеҙҙең зат-зәүерҙе аслыҡтан ҡоротасаҡмын,
Иҫән ҡалғандарығыҙ ҙа үлтерелер.
31Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ!
Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә!
Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор.
Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла,
Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай».
32Ул ҡәүемдең илселәренә ниндәй яуап бирелер?
«Раббы Сиондың нигеҙен нығытты,
Халҡының фәҡирҙәре шунда һыйыныр».
Copyright information for
BakIBT2023