‏ Isaiah 15

Моав еренең һәләк булыуы

1Моав тураһында әүлиәлек.

Моавтың Ғар ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды;
Моавтың Ҡир ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды.
2Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона,
Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты.
Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей.
Һәр береһенең сәсе алынған,
Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.
3Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа,
Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай,
Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға.
4Иңрәй Хешбон һәм Әлғәле,
Үкһеүҙәре Яһасҡаса ишетелә.
Шуға ла Моав яугирҙәре илаша,
Күңелдәрен ҡурҡыу солғап алған.
5Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн!
Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар.
Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар,
Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән
Хоронаим юлында сеңләйҙәр.
6Сөнки Нимрим һыуҙары ҡороған,
Кипкән болон, көйгән үлән,
Һис бер йәшеллек ҡалмаған.
7Шуға күрә халыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрен
Талдар үҙәненең аръяғына ташый.
8Һыҡтауҙары бөтә Моав илендә яңғырай;
Илаған тауыштар Әглаимға, Беер-Әлимгә олғашты.
9«Бына Димон һыуы ҡанға тулды,
Әммә әле Мин Димонға яңы ҡаза әҙерләнем, – ти Раббы. –
Моавтан ҡасып китеп ҡотолған,
Илдә иҫән ҡалғандар өҫтөнә
Арыҫлан һөстөрәсәкмен!»
Copyright information for BakIBT2023