‏ Isaiah 16

1Селанан сүл юлы менән Сион тауына,
Илдең хакимына бүләккә бәрәстәр ебәрегеҙ.

2Арнон йылғаһы кисеүҙәрендә
Моав ҡыҙҙары ояһынан алып ырғытылған,
Асырғанып осҡан ҡошҡа оҡшаш.

3«Беҙгә кәңәш бир, бер ҡарар ҡыл.
Төшкөһөн дә төнгө кеүек күләгәң менән ҡапла.
Ҡыуылғандарҙы йәшер, ҡасаҡтарҙы һата күрмә.
4Иленән ҡыуылған Моав халҡы йәшәп торһон һиндә;
Ҡырғын килтереүсенән уға ышыҡ бул».

Иҙеүсе юҡ ителгәс, емереү-талауҙар туҡтағас,
Йәберләүселәр был ерҙән ғәйеп булғас,
5Мөхәббәткә нигеҙләнгән тәхет
Дауыт сатырында урынлашыр.
Унда ғәҙеллек эҙләгән, дөрөҫлөккә ынтылған,
Арымай-талмай хаҡ хөкөм ҡылған хаким ултырыр.

6«Моавтарҙың ғорурланып шашҡандарын,
Мин-минлеген, тәкәбберләнгәндәрен ишеттек.
Әммә улар бушҡа маҡтаналар.
7Бына шуның өсөн Моав үҙен йәлләп, үкереп илай,
Барыһы йәш түгә.
Ҡир-Харәсәҫтең йөҙөм ҡағын һағынып
Моңайыр һәм хәсрәтләнер.
8Сөнки Хешбон баҫыуҙары,
Сивманың йөҙөм баҡсалары һәләк булды.
Башҡа ҡәүемдәрҙең башлыҡтары
Иң һайланма ботаҡтарҙы ҡырҡты.
Ул ботаҡтар Яғзергәсә йәйелә,
Сүлгә тарала, тарбаҡланып диңгеҙ аша үтә ине».
9Шуға Сивма йөҙөмдәре өсөн
Мин Яғзер менән бергә илайым.
Һеҙҙе күҙ йәштәремә сылатам,
Эй Хешбон менән Әлғәле ҡалалары!
Сөнки һеҙҙең емеш йыйғандағы, иген урғандағы
Шатлыҡлы ауаздарығыҙ туҡтаны.
10Уңдырышлы баҫыуҙарҙан уйын-көлкө юҡҡа сыҡты.
Йөҙөм баҡсаларында һис кем йырламай,
Шатлыҡ тауыштары яңғырамай;
Йөҙөм һыҡҡыстарҙа һис кем емеш иҙмәй,
Ҡыуаныслы ауаздар туҡталды.
11Шуға ла йөрәгем Моав өсөн арфа һымаҡ иңрәй,
Ҡир-Харәсәҫ өсөн йәнем әрней.
12Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп
Арығансы ялбарһа ла,
Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла –
Тик бушҡа ғына буласаҡ.

13Раббының Моав хаҡында элек белдергәндәре ошо. 14Әле иһә Раббы былай ти:

– Теп-теүәл өс йылдан Моавтың дан-шөһрәте хурлыҡҡа әйләнәсәк. Ни тиклем күп һанлы булмаһындар, бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр һәм улар көсһөҙ булыр.

Copyright information for BakIBT2023