‏ Isaiah 17

Арам менән Исраил тураһында пәйғәмбәрлек

1Дамаск хаҡында әүлиәлек.

«Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ,
Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк.
2Ғароғер ҡалалары ташландыҡ ҡалыр.
Унда көтөү-көтөү малдар ятыр,
Уларҙы өркөтөр кеше булмаҫ.
3Әфраимда нығытмалы ҡала ҡалмаясаҡ.
Дамасктың батшалығы юҡ буласаҡ.
Арамдың иҫән ҡалған халҡы
Исраилдарҙың даны һымаҡ бөтәсәк».
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.

4«Ул көндө Яҡуп нәҫеленең даны һүрелер,
Һимеҙ тәне тире лә һөйәккә тороп ҡалыр.
5Игенсе баҫыуҙы нисек урһа,
Башаҡтарын ҡулы менән нисек йыйһа,
Шулай Рефалар үҙәнендәураҡтан һуң башаҡтарҙынисек сүпләһә,
6Зәйтүн ағасын һелкеткәндән һуң
Иң башында ике-өс бөртөк ҡалған һымаҡ,
Суҡ ботаҡта дүрт-биш емеш ҡалған һымаҡ
Бик аҙ кеше иҫән ҡалыр».
Исраилдың Аллаһы Раббы шулай тип белдерә.

7Кеше ул көндө ҡарашын үҙен Яратыусыға йүнәлтер, күҙҙәрен Исраилдың Изгеһенә төбәр. 8Үҙ ҡулдары менән яһаған ҡорбан усаҡтарына, Ашераның ҡолғаларына, хуш еҫ төтәткән ҡорбан усаҡтарына әйләнеп тә ҡарамаясаҡ.

9Ул көн Исраилдың нығытылған ҡалалары, урман һәм тау баштары кеүек, буп-буш ҡалыр.

10Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң.
Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың.
Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да,
Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,
11Улар ултыртҡан көндө үк үҫеп сыҡһа ла,
Иртәгәһенә сәскә атһа ла,
Уңалмаҫ йәрәхәттәр алған хәсрәт көнөңдә
Уңышың юҡҡа сығасаҡ.

12Аһ, күмәк халыҡ шаулаша,
Ҡоторған диңгеҙҙең олоуына оҡшаш!
Ҡәүемдәр ташҡын һыу һымаҡ шаулай,
13Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә!
Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер.
Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге,
Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.
14Кистән был халыҡтар дәһшәт таратһа,
Таң атыуға юҡ булырҙар.
Беҙҙе талаусыларҙың яҙмышы,
Беҙҙе иҙгәндәрҙең өлөшө шулай.
Copyright information for BakIBT2023