Isaiah 18
Раббының Кушты язалаясағы
1Куш йылғаларының аръяғына,Бөжәк ҡанаттарының шауы яңғыраған илгә – ҡайғы!
2Диңгеҙ юлы менән, ҡамыш кәмәләрҙә,
Был ил илселәр ебәрер.
Барығыҙ, етеҙ илселәр,
Йылғалар бүлгесләгән ул илгә,
Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүемгә,
Һәр тарафҡа ҡурҡыу һалған,
Сәйер телдә һөйләшкән халыҡҡа,
Көслө һәм баҫҡынсыл милләткә барығыҙ!
3Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр,
Ер йөҙөндә йәшәгәндәр!
Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ!
Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ!
4Сөнки Раббы миңә былай тине:
«Ҡояш нурынан яралған эҫе,
Ураҡ мәлендәге ысыҡ болотолай,
Торлағымдан тыныс ҡына ҡарап торасаҡмын».
5Йөҙөм сәскәләрен ҡойоп, емештәре тумалғас,
Уңыш өлгөргәнде көтмәйенсә,
Раббы баҡсасы бысағы менән үҫентеләрҙе ҡырҡасаҡ,
Үҫентеләр киҫеп алынасаҡ.
6Барыһы ла тауҙарҙа йыртҡыс ҡоштарға,
Ҡырағай йәнлектәргә ҡаласаҡ.
Йәйгеһен йыртҡыс ҡоштарға,
Ҡыш ҡырағай йәнлектәргә ем буласаҡ.
7Шул саҡ йылғалар бүлгесләгән ил,
Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем;
Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған,
Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ;
Көслө һәм баҫҡынсыл милләт
Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға –
Сион тауына килтерер уны.
Copyright information for
BakIBT2023