‏ Isaiah 19

Раббының Мысырҙы язалаясағы

1Мысыр тураһында әүлиәлек.

Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер.
Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор.
Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.
2«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам.
Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына,
Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ,
Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.
3Мысырҙарҙың рухы һыныр,
Ниәттәрен бушҡа сығарырмын.
Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына,
Әруахтарҙы саҡырыусыларға,
Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.
4Мысырҙарҙы аяуһыҙ хаким ҡулына тапшырырмын.
Улар менән ҡаты бәғерле батша идара итер».
Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.

5Нил йылғаһының һыуҙары кәмер,
Ул һайығып, ҡороп ҡалыр,
6Уның канауҙары һаҫыр,
Ҡушылдыҡтары һайығып кибер.
Ҡамыш менән күрән шиңер.
7Нил тамағындағы үҫемлектәр,
Нил буйындағы баҫыуҙар ҡорор,
Елгә осоп, юҡҡа сығыр.
8Балыҡсылар ҡайғыға ҡалыр,
Һыуға ҡармаҡ ташлаусылар һыҡтап илар,
Йылғаға ау һалыусылар төшөнкөлөккә бирелер.
9Етен тылҡыусылар өмөтһөҙлөккә төшөр,
Туҡыусылар ағарынып ҡатыр.
10Етен иләүселәр хәсрәткә батыр,
Ялланып эшләүселәрҙең рухы һыныр.

11Соған ҡалаһының башлыҡтары ниндәй ахмаҡ!
Фирғәүендең аҡыллы кәңәшселәре тиле кәңәштәр бирә.
Улар нисек фирғәүенгә: «Беҙ – аҡыл эйәләре тоҡомо,
Боронғо батшалар нәҫеленән», – тип әйтергә баҙнат итә?
12Эй фирғәүен, ҡайҙа һинең аҡыл эйәләрең?
Хәҙер инде улар һиңә әйтһен,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Мысырға ниндәй яҙмыш әҙерләгәнен белдерһен.
13Соған башлыҡтары ахмаҡ булды;
Ноф
Ноф – Мысырҙағы ҡала; тарихта Мемфис исеме аҫтында билдәле.
түрәләре үҙҙәрен үҙҙәре алдай;
Мысыр ҡәбиләләренең башлыҡтары Мысырҙы юлдан яҙҙырҙы.
14Раббы уларҙың зиһенен томаланы.
Улар Мысырҙы юлынан яҙҙырҙы –
Мысыр, иҫерек һымаҡ сайҡалып,
Үҙ ҡоҫҡолоғонда тапана.
15Һәм Мысырға бер нәмә лә ярҙам итә алмаҫ:
Баш та, ҡойроҡ та, хөрмә ботағы менән ҡамыш
Баш та, ҡойроҡ та, хөрмә ботағы менән ҡамыш та – 9:13, 14-те ҡарағыҙ.
та.

Раббының Мысырға,

Ашшурға һәм Исраилға фатихаһы

16Ул көн Мысыр халҡы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ҡурҡаҡ буласаҡ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының үҙҙәренә ҡаршы күтәргән ҡулынан ҡурҡып, ҡалтырап торасаҡтар. 17Йәһүҙә ере Мысырҙы дәһшәткә төшөрәсәк. Уны иҫкә төшөргән һайын, улар Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға билдәләгән яҙмыштан дер ҡалтырап торасаҡ.

18Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә
Ҡәнғән телендә – моғайын, бында «боронғо йәһүд телендә» тигәнде аңлаталыр.
һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы
Ҡояш ҡалаһы – Мысырҙағы Гелиополь ҡалаһы. Гелиополь грек телендә «ҡояш ҡалаһы» тигәнде аңлата.
тип аталасаҡ.

19Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр. 20Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә булыр. Иҙелгән халыҡ Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрер. Ул халыҡты яҡлар һәм азат итер. 21Раббы шулай Үҙен Мысырҙа танытр; Мысыр халҡы ла ул көн Раббыны таныр, Уға ҡорбан, саҙаҡалар килтерер, нәҙерҙәр әйтеп, уларҙы ғәмәлгә ашырыр.

22Раббы Мысыр халҡын ҡырғын менән язалар, һуңынан шифа бирер. Халыҡ Раббыға ялбарыр һәм Раббы уларҙы сәләмәтләндерер.

23Ул көн Мысырҙан Ашшурға оло юл булыр. Ашшурҙар – Мысырға, мысырҙар Ашшурға йөрөр. Мысыр халҡы менән Ашшур халҡы бергәләшеп Раббыға сәждә ҡылыр.

24Ул көндө Исраил, ошо ике ил – Мысыр менән Ашшур дәрәжәһендәге ил булып, бөтә донъя уртаһында хәйер-фатиха бирә торған ергә әүерелер. 25Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға фатиха биреп: «Эй халҡым – Мысыр, ҡулдарымдың ижады – Ашшур һәм Үҙемдең биләмәм Исраил, фатихалы булығыҙ!» – тип әйтер.

Copyright information for BakIBT2023