‏ Isaiah 2

Раббының тауы

(Мих 4:1-3)

1Амус улы Ишағыяһтың Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында күргәне.

2Ахырҙа шундай көндәр килер:
Раббының йорто торған тау
Бөтә тауҙарға баш булыр,
Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор,
Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.
3Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә:
«Әйҙәгеҙ, Раббы тауына,
Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. –
Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен,
Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ».
Сөнки ҡанун – Сиондан,
Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.
4Ҡәүемдәр араһында Раббы хөкөм ҡылыр,
Күп халыҡтарҙың дәғүәһен хәл итер.
Улар ҡылыстарынан төрән,
Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор.
Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ,
Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.

5Эй Яҡуп нәҫеле, кил!
Раббы яҡтылығының нуры аҫтында йөрөйөк.

Раббының көнө

6Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың.
Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр.
Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр,
Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.
7Илдәре алтын да көмөш менән тулы,
Хазиналарының юҡ иҫәбе-һаны,
Ерҙәрендә аттар тулы,
Һуғыш арбалары хисапһыҙ.
8Илдәрен боттар менән тултырҙылар;
Бармаҡтары әүәләгән, үҙ ҡулдары яһаған
Һындар алдында сәждә ҡылалар.

9Шуға күрә кәмһетелер әҙәм,
Түбәнһетелеп теҙ сүгер кеше.
Раббы, Һин уларҙы ғәфү итмә!

10Раббының дәһшәтенән,
Уның бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып,
Ҡас ҡаяларға, тупраҡ аҫтына йәшен!
11Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер,
Ғорурлығы селпәрәмә килер.
Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер.
12Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн
Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.
13Ливандың бейек, ғорур кедр ағастарына,
Башандың бөтә имәндәренә,
14Барса ҙур тауҙарға, бейек түбәләргә,
15Ҡалҡыу манараларға, нығытылған диуарҙарға,
16Таршиш караптарына, бөтә матур кәмәләргә –
Барыһына ла киләсәк ул көн!
17Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы,
Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк.
Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк.
18Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.

19Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас,
Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып,
Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор.
20 21Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан
Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып,
Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын
Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап,
Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.

22Ғүмере танау тишегендәге һулыш ҡына булған
Әҙәм балаһына өмөт бағлауҙан төңөл.
Уның ниндәй ҡиммәте бар?
Copyright information for BakIBT2023