Isaiah 20
Ишағыяһ – Мысыр менән Кушҡа киҫәтеүсе билдә
1Ашшур батшаһы Саргон үҙенең ғәскәр башлығын Ашдод ҡалаһына ебәрҙе. Ғәскәр башлығы барып, ул ҡаланы яулап алды. 2Ошо мәлдә Раббы Амус улы Ишағыяһҡа: – Бар, билеңдәге ҡыл туҡымаңды, аяғыңдағы ҡатаңды сисеп ташла, – тине. Ишағыяһ үҙенә ҡушылғанды эшләне: яланғас һәм ялан аяҡ йөрөнө. 3Шунан Раббы былай тине: – Ҡолом Ишағыяһтың өс йыл яланғас һәм ялан аяҡ йөрөүе Мысыр менән Куштың яҙмышын белдереүсе билдә һәм ғибрәт ул. 4Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр. 5Шул сағында Кушҡа өмөт бағлаған, Мысыр менән маҡтанған кешеләрҙең ҡоттары осор һәм улар оятҡа ҡалыр. 6Ул көндә был яҡ ярҙа йәшәгәндәр: «Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотолор өсөн беҙ ярҙам һораған, өмөт бағлағандарҙың башына нимәләр килде! Инде беҙ нисек ҡотолорбоҙ икән?» – тиерҙәр.
Copyright information for
BakIBT2023