Isaiah 21
Бабилдың еңелеүе тураһында пәйғәмбәрлек
1Диңгеҙ буйындағы сүллек тураһында әүлиәлек.Негевта ҡоторонған ғәрәсәт кеүекСүлдән, дәһшәт иленән баҫҡынсы килер.
2Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды:
Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай!
«Эй Ғелам, һөжүм ит!
Мадай, Бабилды ҡамауға ал!
Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»
3Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды,
Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды.
Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм,
Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән.
4Йөрәгем бәлтерәне, бөтә тәнем ҡалтырай;
Элек эңерҙе көтөп ала торғайным,
Хәҙер ул ҡот осҡос мәлгә әүерелде.
5Табын ҡоролған,
Келәмдәр түшәлгән, ашап-эсәләр…
Тороғоҙ, эй ғәскәр башлыҡтары,
Ҡалҡандарығыҙҙы майлағыҙ!
6Сөнки бөйөк Хаким миңә былай тине:
«Бар, бер күҙәтсе ҡуй.
Нимә күрә, шуны һөйләп барһын.
7Пар ат егелгән яу арбаларын,
Аттарға, ишәк, дөйәләргә атланған кешеләрҙе күргәс,
Ныҡ иғтибарлы, бик уяу булһын!»
8Шунда күҙәтсе ҡысҡырҙы:
«Эй бөйөк Хакимым!
Мин һәр даим күҙәтсе манараһында торам;
Көнөн-төнөн урынымдан китмәйем!
9Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар
Ҡушарлап-ҡушарлап килә».
Һуңынан ул:
«Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө!
Илаһтарының һындары
Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе.
10Эй халҡым!
Ырҙындағы яҫмалай туҡмалған халҡым!
Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан,
Исраилдың Аллаһынан
Ишеткәндәремде һеҙгә белдерәм.
Дума һәм Ғәрәбстан тураһында пәйғәмбәрлек
11Дума ▼▼ Дума – Эдомдың икенсе исеме.
тураһында әүлиәлек.Берәү Сеғирҙан миңә ҡысҡыра:«Эй һаҡсы, төн үтергә күпме ҡалды?
Ул ҡасанға тиклем һуҙыласаҡ?»
12Һаҡсы яуаплай:
«Таң атырға күп ҡалманы,
Ләкин төн йәнә буласаҡ.
Әгәр ҙә тағы һорарға теләһәгеҙ, кире килеп һорағыҙ».
13Ғәрәбстан тураһында әүлиәлек.Ғәрәп шырлыҡтарында ҡунығыҙ,
Эй Дедан каруандары!
14Эй Тема ерендә йәшәүселәр,
Һыуһағандарға һыу килтерегеҙ,
Ҡасып ҡотолғандарға икмәк бирегеҙ.
15Сөнки улар ҡылыстан ҡасалар,
Ҡындан сыҡҡан яланғас ҡылыстан,
Кирелгән йәйәнән,
Һуғыш золомонан ҡаса улар.
16Бөйөк Хаким миңә былай тине: – Теүәл бер йыл эсендә Ҡыдарҙың бөтә даны юҡҡа сығасаҡ. 17Уҡсыларҙың, Ҡыдар яугирҙәренең бик аҙы ғына иҫән ҡаласаҡ. Шулай тине Исраил Аллаһы Раббы.
Copyright information for
BakIBT2023