Isaiah 22
Йәрүсәлим тураһында пәйғәмбәрлек
1Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек.Эй ҡала халҡы, ни булды,Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?
2Эй шау-шыулы, гөжләп торған ҡала!
Үлтерелгәндәрегеҙ ҡылыстан да ҡырылманы,
Һуғышта ла ҡоламаны.
3Башлыҡтарығыҙ барыһы бергә ҡасты,
Йәйәләренән уҡ атмай ғына тотҡонлоҡҡа барып ҡапты.
Ни тиклем алыҫҡа ҡасһалар ҙа,
Бөтөнөһө лә әсирлеккә алынды.
4Шуға күрә былай тинем:
«Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ,
Әрнеп-әсенеп илайым.
Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта,
Мине йыуатырға маташмағыҙ».
5Бөйөк Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының
Күренмештәр үҙәнендә
Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө;
Диуарҙар емереләсәк,
Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көн килә.
6Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып,
Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә.
Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!
7Бына, һинең күркәм үҙәндәрең
Һуғыш арбалары менән тулған,
Һыбайлылар ҡала ҡапҡалары алдына килеп теҙелгән.
8Раббы Йәһүҙәне яҡлаусыһыҙ ҡалдырҙы.
Ул көндө һеҙ «Ливан урманы йорто» һарайындағы ҡоралға ышандығыҙ.
9Дауыт ҡалаһы диуарҙарында
Ярыҡтарҙың ни тиклем күплеген күрҙегеҙ,
Аҫҡы быуаға һыу йыйҙығыҙ.
10Йәрүсәлимдәге йорттарҙы хисапланығыҙ,
Ҡала диуарын йүнәтер өсөн ҡайһы бер өйҙәрҙе емерҙегеҙ.
11Иҫке быуанан алған һыу өсөн
Ике диуар араһында бер һаҡлағыс ҡаҙынығыҙ.
Ә быны, электән үк ниәтләп,
Бойомға ашырған Алланы иҫәпкә алманығыҙ.
12Ул көндө бөйөк Хаким,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға,
Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға,
Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.
13Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ.
«Иртәгә барыбер үләбеҙ,
Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип,
Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ,
Ит ашап, шарап эстегеҙ.
14Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө:
«Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!»
Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.
15Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, былай тине:
«Бар, һарай башлығы Шевнаға бар ҙа әйт:
16Кем һин, һинең бында ни эшең бар?
Ни хаҡың бар – бында,
Юғарыла, үҙеңә ҡәбер,
Ҡаяла төрбә уяһың?
17Эй һин, бәндә!
Ҡара, Раббы һине бынан алып быраҡтырыр.
Ул һине ныҡлап эләктереп алыр ҙа
18Туп кеүек әүәләр, шунан
Ике ҡуллап иркен бер илгә сойорғотор.
Һин – хужаң йортон мәсхәрә иткән бәндә,
Шунда үлерһең. Күркәм яу арбаларың унда ҡалыр!
19Һине дәрәжәле вазифаңдан бушатырмын,
Ултырған урыныңдан төшөрөрмөн.
20Ул көндө Мин ҡолом Хилҡияһ улы Әлъяҡимды саҡырып алырмын. 21Уға һинең кейемеңде кейҙерермен, биленә һинең билбауыңды быуырмын, хакимлығыңды уның ҡулына тапшырырмын. Ул Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә һәм Йәһүҙә халҡына атай булыр. 22Дауыт йортоноң асҡысын уның яурынына һалырмын. Ул асһа – бер кем дә бикләй, бикләһә, һис берәү аса алмаҫ. 23Уны ҡаты ергә ҡағылған ҡаҙаҡтай нығытырмын, ул нәҫеле өсөн дан тәхете булыр. 24Бөтөн нәҫеленең шөһрәте уның өҫтөндә булыр. Балаларының һәм ейәндәренең даны – сеүәтәләрҙән алып табаҡтарға тиклем барлыҡ һауыт-һаба, ҡаҙаҡҡа эленгән һымаҡ, уға эленеп торасаҡ». 25– Ә ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – ҡаты урынға ҡағылған ҡаҙаҡ урынынан ҡутарылып сығасаҡ, йығыласаҡ, уға аҫылған йөк тә юҡ буласаҡ. Был – Раббы һүҙе.
Copyright information for
BakIBT2023