‏ Isaiah 24

Раббының донъяны хөкөм итеүе

1Бына Раббы, ерҙе харап итеп, бушлыҡҡа әйләндерәсәк,
Донъяның аҫтын өҫкә түңкәреп,
Унда йәшәүселәрҙе таратып ебәрәсәк.
2Халыҡ менән ҡаһин араһында,
Ҡол менән хужаһы араһында,
Ялсы ҡатын менән хужабикә,
Һатыусы менән алыусы,
Бурыс биргән менән бурысҡа алғандың араһында
Бер ниндәй айырма ҡалмаясаҡ.
3Ер, тотош таланып, буп-буш ҡаласаҡ,
Сөнки Раббы шулай тине.
4Донъя һарғайып көйөр,
Ер йөҙө ҡороп һулыр;
Уның ҡеүәтле заттары хәлһеҙләнер.
5Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне,
Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы,
Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды,
Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.
6Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай –
Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә.
Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр,
Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.

7Яңы шарап бөттө.
Йөҙөм ботаҡтары шиңде.
Элек шат йәшәгәндәр бойоҡто.
8Дөңгөр ҡағып, күңел асыу тамам,
Уйын-көлкө килде ахырына,
Арфаның моңдары баҫылды.
9Инде шарап эсеп йырлашмайҙар,
Хәмер әсе булып тойола.
10Емерелгән ҡала ташландыҡ ҡалған,
Йорттар бикле, унда инеп булмай.
11Шарап юҡлыҡтан урамдарҙа ҡысҡырыш,
Ҡыуаныстың әҫәре лә ҡалманы,
Донъяла шатлыҡ юҡ булды.
12Ҡала тотош бушап ҡалған,
Ҡапҡалары емерелгән.
13Зәйтүн ағасынан емештәрен
Ҡойоу өсөн ағас нисек һелкетелһә,
Уңышын йыйғас, ҡыуаҡта
Нисә бөртөк йөҙөм ҡалһа,
Донъя халыҡтары шулай ҡалыр.
14Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып,
Һөйөнөс йырҙары йырлар.
Көнбайышта йәшәгәндәр
Раббы бөйөклөгөн данлар.
15Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ,
Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар,
Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ.
16Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ:
«Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!»

Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. –
Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер,
Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»
17Эй донъяла йәшәүселәр!
Алдығыҙҙа дәһшәт, тәрән соҡор һәм тоҙаҡ бар!
18Дәһшәтле тауыштан ҡасҡан соҡорға ҡолар,
Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа ҡабыр.
Күк ҡабаҡтары асылыр,
Ерҙең нигеҙҙәре һелкенер.
19Ер тотош сатнап ярылыр, тетрәр,
Донъя селпәрәмә килер.
20Иҫерек кеше һымаҡ сайҡалыр,
Аласыҡ һымаҡ һелкенер,
Гонаһтарҙың ауырлығы арҡаһында сүгер,
Ҡолар ҙа башҡаса тора алмаҫ.

21Ул көн Раббы юғарыла – күк ғәскәрен,
Аҫта – ер йөҙөндәге батшаларҙы язалар.
22Улар барыһы ла тотҡон һымаҡ
Тәрән соҡорға тупланыр, зинданға бикләнер,
Күп дәүерҙәр үткәндән һуң, язаланыр.
23Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр,
Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында,
Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер,
Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.
Copyright information for BakIBT2023