Isaiah 25
Раббыға маҡтау йыры
1Йә Раббы! Һин – Аллам минең!Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым,
Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде
Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.
2Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә,
Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең.
Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты,
Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ.
3Шуға ҡеүәтле халыҡтар Һине данлар,
Аяуһыҙ ҡәүемдәрҙең ҡалалары ҡурҡып торор.
4Һин ярлы өсөн – һыйыныс,
Ауыр ваҡытта фәҡиргә – ҡәлғә,
Ғәрәсәттә – ышыҡ, эҫелә күләгә булдың.
Сөнки залимдарҙың һулышы –
Диуарға ҡаҡлыҡҡан ҡойон һымаҡ.
5Ҡоролоҡтағы томраны болот күләгәһе нисек баҫа,
Сит халыҡтарҙың ярһыуын шулай баҫтың,
Яһилдарҙың маҡтансыҡ йырҙарын томаланың.
Раббы әҙерләгән тантана
6Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙаБар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан,
Затлы шараптарҙан табын ҡорор.
Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.
7Был тауҙа бөтә халыҡтарҙың өҫтөндәге япманы,
Бар ҡәүемдәр өҫтөнә ябылған ҡорманы алып ташлар.
8Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк.
Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ,
Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ,
Сөнки Раббы шулай тине.
9Ул көндө былай тиерҙәр:
«Был беҙҙең Аллабыҙ!
Беҙ Уға өмөт бағланыҡ –
Ул беҙҙе ҡотҡарҙы!
Ул Раббы, Уға инандыҡ!
Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»
10Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр.
Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.
11Ул батып барған кешеләй
Бар көсө менән сығырға маташһа ла,
Ҡулын һуҙыуҙан һис файҙа булмаҫ,
Раббы уның ғорурлығын түбәнһетер.
12Моавтың бейек диуарҙарын емереп ташлар,
Ҡолатыр ҙа саң-туҙанға әйләндерер.
Copyright information for
BakIBT2023