‏ Isaiah 26

Һөйөнөс йыры

1Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр:

«Беҙҙең ҡалабыҙ көслө!
Раббының ҡотҡарыуы –
Уға үҙе диуар һәм нығытма.
2Асығыҙ ҡаланың ҡапҡаларын,
Тоғро ҡалған ғәҙел ҡәүем эскә инһен.
3Һин, Раббы, рухы ныҡ булғандарға
Камил именлек бирерһең,
Сөнки улар Һиңә өмөт бағлай.
4Һеҙ Раббыға һәр саҡ инанығыҙ,
Сөнки Йәһүә
Ҡарағыҙ: «Сығыу», 3:15.
Алла – мәңгелек Ҡаябыҙ.
5Ул бейектә йәшәгәндәрҙе йығыр,
Юғарылағы ҡаланы ҡолатыр.
Уны ер менән тигеҙләр, саңға батырыр.
6Ул ҡала аяҡ аҫтында ҡалыр,
Ярлы-фәҡирҙең аяғы,
Хәйерсенең табан аҫтында тапалыр».

7Тәҡүәнең юлы – тура,
Һин Уның юлын тигеҙ итәһең.
8Ысынлап та, ҡануның буйынса йәшәп,
Йә Раббы, Һиңә өмөт бағлайбыҙ.
Һинең исемеңде иҫкә алыу –
Беҙҙең йөрәгебеҙҙең теләге.
9Төнөн йәнем Һиңә сарсай,
Рухым бар булмышым менән Һине эҙләй.
Сөнки ерҙә хөкөмөң бар саҡта
Донъяла йәшәүселәр ғәҙеллекте белер.
10Залимға мәрхәмәт күрһәтелһә лә,
Ул ғәҙеллеккә өйрәнмәҫ.
Дөрөҫлөк хөкөм һөргән ерҙә яуызлыҡ ҡылыр,
Раббының бөйөклөгөн ул күрмәҫ.
11Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән,
Әммә яуыздар быны күрмәй.
Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт,
Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар.
Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут
Уларҙы ялмап юҡ итһен.
12Йә Раббы! Һин беҙҙе имен ҡылаһың;
Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – Һинең эшең.
13Эй Раббы Аллабыҙ,
Һинән башҡа хужалар беҙгә хакимлыҡ итте,
Әммә беҙ фәҡәт Һинең исемеңде таныйбыҙ.
14Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр;
Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ.
Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең,
Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың.

15Һин халыҡты ишәйттең, йә Раббы,
Халыҡты күбәйтеп, Үҙеңде данланың,
Илдең барлыҡ сиктәрен киңәйттең.
16Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр;
Язаң өҫтәрендә булған саҡта
Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар.
17Тулғаҡ тотҡан ҡатын нисек ғазаплана, һыҡтай,
Беҙ ҙә хозурыңда шулай булдыҡ, Раббы!
18Ауырға ҡалдыҡ, ғазап сиктек,
Тыуҙырғаныбыҙ ел генә булып сыҡты.
Ни донъяға еңеү килтерә алманыҡ,
Ни донъяла йәшәргә һис кемде тыуҙырманыҡ.
19Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк,
Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ.
Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ,
Ҡыуанышып йырлағыҙ!
Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ!
Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.

20Эй халҡым, өйөңә ҡас, ишегеңде биклә.
Раббының асыуы күпкә түгел,
Ул үткәнсе генә йәшенеп тор.
21Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе
Енәйәттәренә күрә язаларға
Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға.
Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк,
Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк.
Copyright information for BakIBT2023