‏ Isaiah 27

Исраилдың ҡотҡарылыуы

1Ул көн Раббы Ливъяҫанды
Ливъяҫан – бөгөнгө көндә беҙгә мәғлүм булмаған ғәләмәт ҙур һыу хайуаны.
, ҡасып барған йыланды,
Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды,
Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ;
Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.

2Ул көндө гүзәл йөҙөм баҡсаһы өсөн йырлағыҙ.
3«Мин Раббы – уның ҡарауылсыһы,
Уны гел һуғарып торам.
Бер кем дә зарар итмәһен тиеп,
Уны көнө-төнө һаҡлайым.
4Миндә асыу юҡ!
Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә,
Уға ҡаршы яу асырмын,
Тотош утта яндырырмын.
5Иң яҡшыһы – Миндә һыйыныу эҙләһен,
Минең менән килешеп йәшәһен.
Эйе, Минең менән килешеп йәшәһен».

6Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер,
Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр,
Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.

7Раббы Үҙ халҡын уларҙың дошмандарын язалаған кеүек язаланымы ни?
Халҡын үлтергән ҡатилдар һымаҡ уны үлтерҙеме?
8Ул Үҙ халҡын былай язаланы:
Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе.
Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ
Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.
9Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын
Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә,
Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы,
Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә,
Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр,
Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.
10Нығытмалы ҡала бушап ҡалды,
Ташландыҡ йорттар сүлдәй кешеһеҙ.
Унда тик башмаҡтар ғына утлап йөрөй,
Шунда ята, ботаҡтарҙы мөнтәп ҡорота.
11Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә,
Ҡатындар ботап алып яндыра.
Был халыҡ бер нәмә лә аңламай,
Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай,
Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.

12Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар. 13Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.

Copyright information for BakIBT2023