Isaiah 28
Самария тураһында пәйғәмбәрлек
1Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торғанШараптан еңелгәндәрҙең ҡалаһына –
Әфраим эскеселәренең тәкәббер тажына,
Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһенә ҡайғы!
2Бына, бөйөк Хакимдың көслө бер баһадиры бар.
Ул боҙло ҡойон, һәләкәтле ғәрәсәт кеүек,
Бар нәмәне йыуып алып киткән ташҡын һымаҡ килер.
Үҙ ҡулдары менән ул Әфраимды ергә ҡолатыр.
3Аһ Әфраим эскеселәренең ғорур тажы,
Ана инде аяҡ аҫтында тапала!
4Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған ҡала,
Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһе
Ваҡытынан алда өлгөргән инжир һымаҡ буласаҡ.
Уны күргән бере бик тиҙ өҙөп алып йотасаҡ.
5Ул көндө Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Үҙ халҡының иҫән ҡалғандары өсөн
Гүзәллек тажы һәм шөһрәт таҡыяһы булыр.
6Хөкөм сығарыусыға Ул ғәҙеллек рухы иңдерер,
Ҡала ҡапҡалары алдында
Дошманды кире борған яугиргә ҡеүәт бирер.
Иҫерек пәйғәмбәрҙәр тураһында пәйғәмбәрлек
7Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙәИҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята.
Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған.
Улар күргән күренмештәр ялған,
Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.
8Өҫтәлдәрендә таҙа урын ҡалмаған,
Әшәке ҡоҫҡолоҡ менән тулған.
9Раббы пәйғәмбәре тураһында улар:
«Был әҙәм кемде өйрәтмәксе?
Кемгә өгөт бирмәксе?
Яңы ғына күкрәк һөтө имгән,
Имсәк ташлаған бәпестәргәме?
10Нимә был?
Бойороҡ өҫтөнә бойороҡ, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ.
Өгөт өҫтөнә өгөт, өгөт өҫтөнә өгөт,
Бер аҙ бынан, бер аҙ тегенән», – тиҙәр.
11Улай икән, Раббы был халыҡҡа
Ят телдә, аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән өндәшер.
12Раббы уларға: «Бында рәхәт,
Әйҙә арығандар хәл алһын,
Бында тыныс урын», – ти торғайны.
Әммә улар ишетергә теләмәне.
13Шуға Раббының һүҙҙәре улар өсөн:
«Бойороҡ өҫтөнә бойороҡ, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ.
Өгөт өҫтөнә өгөт, өгөт өҫтөнә өгөт,
Бер аҙ бынан, бер аҙ тегенән» икән,
Йөрөмәксе булырҙар ҙа салҡан йығылып яраланырҙар;
Тоҙаҡҡа төшөп, әсирлеккә китерҙәр.
Раббының Сионға нигеҙ ташы һалыуы
14Шуға күрә, эй һеҙ, мыҫҡыл итеп көлөүселәр,Йәрүсәлимдә был халыҡҡа хакимлыҡ ҡылыусылар,
Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ!
15Һеҙ былай тинегеҙ:
«Беҙ үлем менән килешеү төҙөгәнбеҙ,
Үлеләр донъяһы менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ.
Дәһшәтле афәт беҙгә теймәй үтәсәк,
Сөнки ялғанды үҙебеҙгә һыйыныс итеп алдыҡ,
Хәйләнең артына йәшендек».
16Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти:
«Бына, Мин Сионда һыналған,
Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы,
Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям.
Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.
17Ғәҙеллекте – үлсәм бауы,
Дөрөҫлөктө ҡурғаш аҫма итәм.
Ялғанды – һыйынысығыҙҙы – боҙ һуғыр,
Йәшенгән урынығыҙҙы һыу йыуып алып китер.
18Үлем менән килешеүегеҙ боҙолор,
Үлектәр донъяһы менән ҡуйышҡан һүҙегеҙ емерелер.
Һәләкәтле ташҡын аша үтер, һеҙҙе бәреп йығыр:
19Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә
Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер.
Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!»
20Түшәгегеҙ һуҙылып ятырға ҡыҫҡа,
Ураныр өсөн юрғанығыҙ тар булыр.
21Сөнки Раббы Перасим тауындағылай ▼
▼ Ҡарағыҙ: «ІІ Батшалар», 5:17-21.
ҡалҡыр,Ғивғон үҙәнендәге шикелле ▼
▼ Ҡарағыҙ: «Йушағ», 10:1-10 һәм «ІІ Батшалар», 5:22-25.
ярһыр.Ул Үҙ эшен, сәйер эшен тормошҡа ашырыр,
Уның ғәмәле хайран ҡалдырыр.
22Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ,
Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр.
Сөнки бөйөк Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан –
Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем.
Игенсе тураһында ҡисса
23Тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ, әйткәнемде ишетегеҙ.Һөйләгәнемде диҡҡәт менән тыңлағыҙ!
24Сәсеү мәлендә игенсе
Баҫыуҙы туҡтауһыҙ һөрә,
Тырмата, йомшарта ғынамы?
25Юҡ, ул, ерҙе тигеҙләгәс, ҡара үлән ▼
▼ Ҡара үлән – бер йыллыҡ үҫемлек Nigella sativa, орлоғо Яҡын Көнсығыш илдәрендә тәмләткес булараҡ ҡулланыла.
, аҡ әнис орлоҡтары һибә,Бойҙай, тары сәсә, арпаны бер урынға,
Борайҙы эргәһенә ултырта.
26Ул шулай эшләргә кәрәклеген белә,
Сөнки уны Алла өйрәтә.
27Ҡара үләнде ашлыҡ һуҡҡыс менән төймәйҙәр,
Әнисте арба тәгәрмәсе менән һуҡмайҙар.
Ҡара үләнде лә, әнисте лә таяҡ менән һуғалар.
28Ашлыҡты һуғалар, әммә гел генә һуғып тормайҙар.
Өҫтөнән һуҡҡыс тағылған атты йөрөтәләр, әммә иҙмәйҙәр.
29Был ғәжәйеп белем Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан килә,
Уның кәңәштәре хайран, аҡылы бөйөк!
Copyright information for
BakIBT2023