‏ Isaiah 29

Дауыт ҡалаһына ҡайғы!

1«Эй Ариил
Ариил – йәһүд телендә «ҡорбан усағы» йәки «Алланың арыҫланы» тигән мәғәнәлә. Йәрүсәлим ҡалаһының ҡушаматы.
, Ариил,
Дауыт туплам ҡорған ҡала, башыңа – ҡайғы!
Йылға йыл өҫтәлһен,
Байрамдарың ҡабатланып торһон.
2Әммә Ариилды ҡыҫынҡылыҡҡа төшөрәм,
Ул зар илар, үкһер-һыҡтар.
Ул Минең өсөн ҡорбан усағы булыр.
3Һине һәр яҡтан ҡамап алырмын,
Әйләнәңә күҙәтеү манаралары ҡорормон,
Убалар торғоҙормон.
4Түбәнһетелеп ергә ауырһың, шунан һөйләшерһең,
Саң-туҙан араһынан тауышың ишетелер,
Тауышың өрәк тауышы һымаҡ ер аҫтынан,
Һүҙҙәрең бышылдау булып тупраҡ эсенән сығыр».

5Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан,
Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр.
Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала
6Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп,
Дауыл һәм ҡойон уйнатып,
Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.
7Шул саҡ Ариилға ҡаршы һуғышҡан күп һанлы ҡәүем,
Уны һәм ҡәлғәһен ҡамағандарҙың һәммәһе,
Уға золом килтергәндәр бары бер төш,
Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.
8Сион тауына ҡаршы һуғышҡан күмәк халыҡтар өйөрө
Төшөндә ашағанын күреп, ас уянған,
Йоҡола һыуһын ҡандырғанын күреп,
Сарсап килеп торған кеше кеүек булыр.

9Шаҡ ҡатығыҙ, аптырағыҙ,
Күҙегеҙҙе һуҡырайтығыҙ, күрмәһен.
Шарап эсмәйенсә иҫерегеҙ,
Хәмер эсмәгән килеш тәнтерәкләгеҙ.
10Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе,
Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр;
Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр.

11Бөтә күренмештәр һеҙҙең өсөн
Мөһөрләнгән бер китап һүҙҙәре һымаҡ булды.
Уҡый белгән кешегә биреп: «Уҡы», – тиһәң,
«Уҡый алмайым, сөнки ул мөһөрләнгән», – тип яуаплар.
12Әгәр китапты наҙанға биреп: «Уҡы», – тиһәң,
«Мин уҡый белмәйем», – тип яуап ҡайтарыр.

13Бөйөк Хаким былай ти:
«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә,
Яныма килеүе һүҙҙә генә.
Әммә күңелдәре Минән алыҫ.
Уларҙың Минән ҡурҡыуы
Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.
14Шуға күрә Мин дә был халыҡҡа
Яңы мөғжизә, шаҡ ҡатырлыҡ хикмәт ҡылырмын.
Аҡыл эйәләренең аҡылы юҡҡа сығыр,
Зиһенлеләрҙең зиһене бөтөр».

15Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн
Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы!
Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр:
«Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер.
16Был ни тиклем аҡылһыҙлыҡ!
Көршәксе балсыҡ менән бер булырмы?
Әйбер үҙен яһаусы хаҡында:
«Мине ул эшләмәне!» – тип әйтерме?
Сүлмәк үҙен яһаған һөнәрсе тураһында:
«Ул бер нәмә лә аңламай», – тиерме?

Исраилдың өмөтлө киләсәге

17Ливан тиҙ арала уңдырышлы баҫыуға,
Уңдырышлы баҫыу иһә урманға әүерелмәҫме?
18Ул көн һаңғырауҙар китап һүҙен ишетер,
Һуҡырҙар ҡуйы ҡараңғылыҡтан күрә башлар.
19Фәҡирҙәр Раббыла ҡыуаныс табыр,
Исраилдың Изгеһе хаҡында уйлап,
Ярлы-мохтаждар шатланыр.
20Сөнки рәхимһеҙҙәрҙең ахыры килер,
Хурлаусылар юҡҡа сығыр,
Яуызлыҡ ҡылырға әҙер торғандар ҡырылыр.
21Ундайҙар кешеләргә яла яғалар,
Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар,
Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр.

22Шуға күрә Ибраһимды йолоп алған Раббы
Яҡуп нәҫеленә былай тиер:
«Яҡуп башҡаса оятҡа ҡалмаҫ,
Уға инде ағарынырға тура килмәҫ.
23Үҙ янында балаларын –
Минең ижад емешемде күргәс,
Исемемде изге тип хөрмәтләр,
Эйе, Яҡуп Изгеһенең изгелеген таныр,
Исраилдың Аллаһы алдында ҡалтырап торор.
24Рухтары аҙашҡандарға шул саҡ аҡыл керер,
Зарланғандар өгөт-нәсихәт алыр».
Copyright information for BakIBT2023