‏ Isaiah 3

Йәрүсәлимдәге болалар

1Инде Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә һәр төрлө ярҙамды туҡтатасаҡ:
Икмәк менән һыуҙы,
2Баһадирҙар менән яугирҙәрен,
Хөкөмдарҙар менән пәйғәмбәрҙәрен,
Күрәҙәселәр менән аҡһаҡалдарын,
3Илле башлыҡтарын, арҙаҡлыларын, кәңәшселәрен,
Оҫта сихырсыларын, күрәҙәселәрен тартып аласаҡ.
4«Был халыҡ өҫтөнән малай-шалайҙы хаким итеп ҡуям,
Әйҙә уларға бала-саға хакимлыҡ итһен», – ти Раббы.
5Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр,
Һәр кем яҡынына дошман булыр,
Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр,
Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер.

6Атаһы йортонда туған туғанына сат йәбешеп:
«Һинең, исмаһам, өҫтөңдә кейемең бар.
Башлығыбыҙ бул! Был харабаларға етәкселек ит», – тип әйтәсәк.
7Шул саҡ ул кеше былай тип ҡысҡырыр:
«Мин һеҙгә шифа бирә алмайым!
Өйөмдә ашарға ла, кейергә лә юҡ.
Мине халыҡҡа башлыҡ итеп ҡуймағыҙ!»

8Йәрүсәлим сайҡалды, Йәһүҙә ҡоланы,
Сөнки һүҙҙәре лә, эштәре лә Раббыға ҡаршы.
Уның шөһрәте араларында булғанды һанламанылар.
9Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә;
Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр,
Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр.
Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!
10Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ,
Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр.
11Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы!
Улар бәхетһеҙ.
Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.

12Халҡымды бала-саға иҙә,
Өҫтөнән ҡатын-ҡыҙ хакимлыҡ итә.
Эй халҡым! Юлбашсыларың аҙаштыра,
Һеҙҙе юлығыҙҙан яҙлыҡтыра.

13Раббы дәғүәһен белдерер өсөн,
Халыҡтарҙы хөкөм итер өсөн әҙер тора.
14Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын,
Түрәләрен яуапҡа тарттыра:
«Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ,
Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал.
15Ни хаҡығыҙ менән халҡымды иҙәһегеҙ,
Фәҡирҙәрҙе ҡыйырһытаһығыҙ?»
Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы белдерә быны.

Йәрүсәлим ҡатындарын иҫкәртеү

16Раббы былай ти:
«Сион ҡыҙҙары һауалы,
Баштарын текә тотоп, күҙҙәрен уйнатып,
Аяҡ сылбырҙарын сылтыратып,
Ваҡ-ваҡ баҫып эре йөрөйҙәр.
17Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың
Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр».

18Ул көн Раббы Хаким тартып алыр уларҙың
Бөтә биҙәнеү әйберҙәрен – аяҡ божраларын,
Маңлай бәйләүестәрен,
Айлы мунсаҡтарын тартып өҙөр.
19Алҡаларын, беләҙектәрен, бөркәнсектәрен,
Башлыҡтарын, бәкәлдәрендәге сылбырҙарҙы,
20Таҫмаларын, хушбуй ҡаптарын,
Бетеүҙәрен, йөҙөктәрен, танау алҡаларын,
21Затлы кейемдәрен, ябынсаларын, шәлдәрен, янсыҡтарын,
22Үтә күренмәле нәфис кейемдәрен, етен күлдәктәрен,
Сәлләләрен, япмаларын тартып алыр.

23Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.

24Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер,
Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр.
25Йәрүсәлим ҡапҡалары хәсрәтләнеп һыҡтар.
Ҡала, буп-буш булып, ерҙә ултырған
Япа-яңғыҙ ҡатынға оҡшап ҡалыр.
Copyright information for BakIBT2023