‏ Isaiah 30

Мысыр түгел, Раббы ҡотҡара

1«Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, –
Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар.
Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр,
Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр.
2Ризалығымды һорамайынса,
Фирғәүендән яҡлау эҙләп,
Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар.
3Әммә фирғәүендең яҡлауы уларға хурлыҡ,
Мысыр күләгәһенә һыйыныу оят килтерер.
4Башлыҡтарының Соғанға,
Илселәренең Ханесҡа
Соған, Ханес – Мысырҙағы ҡалалар.
барып етеүенә ҡарамаҫтан,
5Үҙҙәренә файҙаһы теймәгән халыҡ арҡаһында оятҡа ҡалырҙар.
Был халыҡтың ни ярҙамы, ни файҙаһы булмаҫ,
Бары оятҡа һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡтар».

6Негев хайуандары тураһында әүлиәлек.

«Инә һәм ата арыҫландар,
Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән
Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар.
Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына,
Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп,
Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар.
7Мысыр ярҙамынан файҙа сыҡмаҫ, бушҡа булыр.
Шуға күрә Мин Мысырҙы:
„Шым ғына ултырған Раһав
Раһав – мифологияла хаос һәм яуыз көстәрҙе белдергән диңгеҙ аждаһаһы.
“тип атаным».

8Раббы миңә әйтте:

– Инде бар, әйткәндәремде
Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ.
Улар киләсәк ваҡыттар өсөн
Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.
9Улар фетнәсел халыҡ, алдаҡсы балалар!
Раббы ҡанунына ҡолаҡ һалырға
Теләмәгән балалар улар.
10Улар әүлиәләргә:
«Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр.
Улар пәйғәмбәрҙәргә:
«Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй,
Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ.
Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, –
11Был юлдан ҡайырылығыҙ,
Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ,
Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».

12Шуға күрә Исраилдың Изгеһе былай ти:
«Һеҙ Минең һүҙҙәремде кире ҡаҡтығыҙ,
Золомға, ялғанға өмөтләнеп, шуларға таяндығыҙ.
13Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн
Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр.
Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.
14Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән – ярсык,
Усаҡтан – ҡуҙ,
Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ,
Был диуар ҙа шулай онталыр».

15Раббы Хаким, Исраилдың Изгеһе былай ти:
«Миңә ҡайтып тыныс йәшәһәгеҙ, ҡотолорһоғоҙ;
Һеҙҙең көсөгөҙ – тыныслыҡта һәм өмөттә.
Тик быны эшләргә теләмәйһегеҙ.
16„Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“– тинегеҙ, –
Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ.
„Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“– тинегеҙ.
Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.
17Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр,
Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр;
Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға,
Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр».

18Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә,
Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер,
Сөнки Раббы – ғәҙел Алла:
Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!
19Эй Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Сион халҡы,
Һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ!
Һыҡтаған сағығыҙҙа Ул һеҙгә мәрхәмәтен мотлаҡ ҡылыр.
Тауышығыҙҙы ишетеү менән яуап бирер.
20Бөйөк Хаким һеҙгә хәсрәт икмәге ашатһа ла,
Ғазап һыуы эсерһә лә,
Ул – Остазығыҙ – инде һеҙҙән йәшеренмәҫ,
Остазығыҙҙы үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ.
21Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан:
«Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ.
22Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы,
Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы
Ерәнгес тип табырһығыҙ,
Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ,
«Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.

23Раббы тупраҡҡа сәскән орлоғоғоҙға ямғыр бирер.
Ер уңышы мул һәм бәрәкәтле булыр.
Ул көн малдарығыҙ иркен болондарҙа утлап йөрөр.
24Тупраҡ эшкәрткән үгеҙ-ишәктәрегеҙ
Һәнәк-көрәк менән елгәрелгән,
Тоҙ һибелгән ем ашар.
25Ошо көндө, оло ҡырылыш, манаралар ҡолаған көндө,
Һәр тауҙан, һәр бер түбәнән
Шишмәләр, ташҡын һыуҙар ағып төшөр.
26Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер,
Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай,
Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр.
Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән,
Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.

Раббының Ашшурҙы язалаясағы

27Ҡара, Раббының исеме йыраҡтан килә!
Асыуы дөрләп яна, ялҡыны көслө,
Ауыҙынан нәфрәт эркелә,
Ә теле – гүйә бар нәмәне ялмап юҡ иткән ут.
28Һулышы – ярҙарынан сыҡҡан ташҡын кеүек,
Һыуы кешенең боғаҙына етә.
Ул ҡәүемдәрҙе иләктән үткәрер, яраҡһыҙҙарын айырыр.
Халыҡтарҙың ауыҙына юлдан яҙҙырыусы ауыҙлыҡ кейҙерер.
29Ә һеҙ изге байрам кисендәге кеүек йырларһығыҙ.
Раббы тауына, Исраилдың Ҡаяһына табан,
Һыбыҙғы уйнатып сыҡҡан һымаҡ,
Бөтә йөрәктән шатланырһығыҙ.
30Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр,
Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында,
Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда
Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер.
31Раббы тауышынан Ашшур ҡурҡып ҡалыр,
Раббының таяғынан туҡмалыр.
32Раббының уларға яза таяғы менән һәр һуҡҡаны
Дөңгөр һәм арфа ауаздары тарафынан оҙатылыр.
Шулай Ул Ашшурға ҡаршы ҡул күтәрер –
Улар менән һуғышыр.
33Тофеҫ
Тофеҫ – йәһүд телендә «яндырыу урыны» тигән мәғәнәлә.
инде күптән әҙерләнгән,
Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора.
Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде;
Усағында утыны менән ҡуҙы күп;
Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек
Уны ялҡынландырып ебәрер.
Copyright information for BakIBT2023