Isaiah 31
Мысырға өмөтләнеүселәргә ҡайғы
1Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы!Аттарға өмөтләнәләр,
Яу арбаларының күплегенә,
Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар.
Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр,
Раббыны эҙләмәйҙәр!
2Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә!
Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ.
Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә,
Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер.
3Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше,
Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә.
Раббы ҡулын күтәргән сағында
Ярҙамға килгән абыныр,
Ярҙам алғаны йығылыр,
Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.
Раббының Йәрүсәлимде яҡлаясағы
4Раббы миңә былай тине:«Табышы өҫтөндә ырылдаған арыҫлан, йәш арыҫлан,
Күпме генә көтөүсе йыйылһа ла,
Уларҙың тауышынан ҡурҡырмы?
Аҡырыуға иғтибар итерме?
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ла шулай булыр,
Сион тауына, ошо ҡалҡыулыҡҡа
Ҡотҡарыр өсөн һуғышырға төшөр.
5Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Үҙ балаларын ҡайғыртып,
Улар өҫтөндә кәйелгән ҡош һымаҡ,
Йәрүсәлимде ҡурсалар, һаҡлар,
Яҡлар һәм ҡотҡарып ҡалыр».
6Эй Исраил халҡы,
Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ!
7Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған
Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ.
8«Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр,
Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел.
Улар ҡылыстан үткәреләсәк,
Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ.
Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр;
Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.
9Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ▼
▼ Һөйәлгән ҡая – бында Ашшур батшаһы күҙ уңында тотола.
ҡурҡып ҡасыр,Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип,
Уты – Сионда,
Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.
Copyright information for
BakIBT2023