‏ Isaiah 32

Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек батшалығы

1Шулай булыр: батша хаҡлыҡта хакимлыҡ ҡылыр,
Түрәләр ғәҙеллек менән етәкселек итер.
2Һәр береһе елдән ышыҡ,
Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә,
Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған
Бейек ҡая һымаҡ торор.
3Шул саҡ күргәндәрҙең күҙе томаланмаҫ,
Ишеткәндәрҙең ҡолағы тыңлар.
4Томаланған зиһен асылып китер,
Тотлоҡҡандар еңел һәм асыҡ һөйләшер.
5Инде ахмаҡты – арҙаҡлы,
Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр.
6Сөнки ахмаҡ алйотлоҡ һөйләй,
Күңеле яуызлыҡты үҙ итә,
Иманһыҙ эштәр ҡыла,
Раббы хаҡында ялған тарата,
Астарҙың ризығын тартып ала,
Сарсағанды һыуһыҙ ҡалдыра.
7Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман:
Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла,
Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.
8Выжданлының ниәте лә ғәҙел,
Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.

Хөкөм һәм ҡотҡарыу

9Эй вайымһыҙ йәшәгән ҡатындар,
Тороғоҙ, тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ!
Эй ғәмһеҙ ҡыҙҙар, әйткән һүҙемде тыңлағыҙ!
10Бер йылдан саҡ ҡына күберәк үткәс,
Ҡотоғоҙ осасаҡ, ҡайғыһыҙҙар!
Сөнки йөҙөм йыйыу мәле етмәҫ,
Емеш-еләктең уңышы булмаҫ.
11Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ!
Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ!
Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап,
Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.
12 13Гүзәл баҫыуҙарҙы,
Мул емешле йөҙөм баҡсаларын,
Халҡымдың ерен ҡыҙғанып әрнегеҙ,
Ул ерҙә сәнскәк менән билсән генә үҫәсәк,
Шат ҡаланың бәхетле өйҙәре өсөн илағыҙ!
14Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ,
Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр.
Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар
Ҡырағай ишәктәр гиҙгән,
Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.
15Былар юғарынан өҫтөбөҙгә
Рух түгелгәнгәсә дауам итер.
Артабан сүл – емеш баҡсаһына,
Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.
16Ул саҡта был сүлдә ғәҙеллек урынлашыр,
Хаҡлыҡ уңдырышлы тупраҡта төйәкләнер.
17Хаҡлыҡтың емеше – именлек,
Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр.
18Халҡым именлек тулы өйҙәрҙә,
Хәүефһеҙ, рәхәт ерҙәрҙә йәшәр.
19Урмандарға боҙ-борсаҡ яуһа ла,
Ҡала ер менән тигеҙләнһә лә,
20Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ:
Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ,
Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ.
Copyright information for BakIBT2023