‏ Isaiah 33

Афәт һәм унан ҡотолоу

1Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе!
Хыянатҡа тарымаған хыянатсы!
Ҡайғы һиңә!
Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр;
Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.

2Йә Раббы! Һин беҙгә мәрхәмәтле бул,
Сөнки бөтә өмөтөбөҙ Һиндә.
Һәр иртә беҙҙең ҡеүәтебеҙ бул,
Ауыр саҡта ҡотҡарыусыбыҙ бул!
3Ҡөҙрәтле күкрәүеңдән халыҡтар ҡасыр;
Һин ҡалҡҡанда, ҡәүемдәр тырым-тырағай һибелер.

4Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа,
Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр.
Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.

5Раббы бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ,
Сөнки Ул күктәрҙе төйәк иткән.
Ул Сионда ғәҙеллек, хаҡлыҡ урынлаштырыр.
6Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе.
Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше;
Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.

7Ана, хатта ҡаһармандар урамда ярҙам һорап ҡысҡыра,
Тыныслыҡ илселәре әсе йәш түгә.
8Оло юлдар бушап ҡалды; сәфәр ҡылыусы юҡ.
Килешеү боҙолдо, шаһиттар кире ҡағылды,
Кешенең баһаһы бөттө.
9Ер иңрәй һәм кибә;
Ливан оялышынан һулыған;
Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды,
Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.

Раббының халыҡтарҙы иҫкәртеүе

10«Хәҙер ҡуҙғалам, – ти Раббы, –
Инде урынымдан торам, юғарыға күтәреләм.
11Ҡороған үләнгә йөклө булып, һалам тыуҙыраһығыҙ;
Һеҙҙең һулышығыҙ – ут, үҙегеҙҙе ялмап йотор.
12Халыҡтар янып көл булыр,
Ҡырҡып ташланған сәнскәк һымаҡ, яндырылыр.

13Эй алыҫтағылар, ҡылған эштәремде ишетегеҙ;
Эй яҡында йәшәгәндәр, Минең көсөмдө белегеҙ!»

14Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто,
Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө:
«Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр?
Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»
15Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән,
Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған,
Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан,
Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан,
Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –
16Шул кеше бейектә йәшәр;
Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр;
Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.

Раббы – беҙҙең батшабыҙ

17Күҙҙәрең батшаны бөтә күркәмлегендә күрер,
Ҡарашың осһоҙ-ҡырыйһыҙ илде байҡар.
18Элекке ҡурҡыуҙарыңды хәтергә төшөрөп:
«Иҫәп-хисап алып барған кеше ҡайҙа хәҙер?
Ҡайҙа яһаҡты үлсәгән?
Манараларҙы һанаған әҙәм ҡайҙа?» – тип әйтәсәкһең.
19Аңлайышһыҙ, ят телдә һөйләшкән,
Телмәрҙәре һис ҡолаҡҡа ятмаған
Тәкәббер халыҡты башҡаса күрмәҫһең.
20Байрамдарыбыҙ ҡалаһы Сионға баҡ!
Күҙҙәрең – Йәрүсәлимде,
Именлек йортон, ҡаҡшамаҫ сатырҙы күрер.
Уның ҡаҙыҡтары һис тә ҡуптарылмаҫ,
Кирге бауҙары һис бер өҙөлмәҫ.
21Дөрөҫ, унда – киң йылғалар, инештәр илендә –
Ҡөҙрәтле Раббы беҙҙең менән булыр.
Унда ишкәкле кәмәләр инмәйәсәк,
Ҙур караптар үтә алмаясаҡ.
22Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ;
Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы,
Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!

23Кәмәләреңдең бауы бушаны,
Мачталарҙы тота алманы,
Елкәндәре асылманы.
Шул саҡта бик оло яумал бүлгеләнер,
Хатта аҡһаҡтар ҙа талаусыларға ҡушылыр.
24Сионда төйәкләнгән бер кем дә:
«Мин ауырыйым!» – тип әйтмәҫ.
Унда йәшәгән халыҡтың ғәйебе ғәфү ителер.
Copyright information for BakIBT2023