‏ Isaiah 34

Раббының ҡәүемдәрҙе язалаясағы

1Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ!
Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ!
Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә,
Донъя һәм унда тыуғандар!
2Раббы бөтә ҡәүемдәргә асыуланды.
Уларҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы ажарланды.
Уларҙы тотошлай һәләк ҡылыр,
Ҡырылышҡа дусар итер.
3Үлтерелгәндәр күмелмәй ятып ҡалыр,
Мәйеттәрҙән һаҫыҡ еҫ таралыр,
Тауҙар уларҙың ҡанынан ебеп ағыр.
4Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр,
Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр;
Йондоҙҙар йөҙөм япрағы,
Шиңгән инжир япрағы һымаҡ ҡойолор.

5«Ҡылысым күктә ҡан эсеп туйҙы,
Инде Эдомдың өҫтөнә,
Мин тотош юҡ итергә ҡарар ҡылған
Халыҡтың өҫтөнә төшә», – ти Раббы.
6Раббының ҡылысы – ҡанға,
Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды.
Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды.
Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә,
Эдомда оло ҡырылыш бара.
7Улар менән бергә ҡырағай үгеҙҙәр,
Башмаҡтар, көслө буғалар йығыласаҡ,
Тупраҡ ҡанға туйынасаҡ,
Ер май менән ашланасаҡ.
8Сөнки Раббының үс алыу көнө,
Сиондың ҡонон ҡайтарыу йылы буласаҡ.
9Эдом йылғалары ыҫмалаға,
Тупрағы көкөрткә әйләнәсәк,
Илдең һәр тарафы янып торған ыҫмала буласаҡ.
10Ул көнөн дә, төнөн дә һүнмәйәсәк,
Һәр ваҡыт төтәп торасаҡ.
Ил быуындан-быуынға буп-буш ҡалыр,
Быуаттар буйы унан бер кем дә үтмәҫ.
11Унда берғаҙан менән терпе хужа булыр;
Өкө менән ҡоҙғон төйәкләнер;
Раббы уның өҫтөнән бөлгөнлөк ебе һуҙыр,
Ҡыйралыш ауыртмағы менән үлсәр.
12Унда батша итеп иғлан итерлек
Бер генә затлы кеше лә ҡалмаҫ,
Бөтә етәкселәренең ахыры етер.
13Һарайҙарын сәнскәк ҡыуаҡ баҫыр,
Ҡәлғәләрендә дегәнәк менән кесерткән үҫер.
Унда сүл бүреләренең төйәге,
Дөйәғоштарҙың торлағы булыр.
14Ҡырағай бесәйҙәр менән һыртландар унда осрашыр,
Тәкәләр бер-береһенә тауыш бирер,
Төн эйәләре унда ял итеп рәхәтлек табыр.
15Ябалаҡтар оя ҡороп йомортҡа һалыр,
Күләгә аҫтында бала сығарыр.
Төйлөгәндәр парлашып йыйылыр.
16Раббының китабынан табып уҡығыҙ:
Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ,
Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр.
Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты,
Уның рухы уларҙы бергә йыйыр.
17Раббы Үҙе улар өсөн йәрәбә ташланы,
Үлсәү бауы менән үлсәп өлөш бүлде.
Улар был ергә мәңгегә хужа булыр,
Быуындан-быуынға шунда йәшәр.
Copyright information for BakIBT2023