‏ Isaiah 35

Сәскә атҡан сүл һәм мөҡәддәс юл

1Сүллек менән ҡоро тупраҡ һөйөнөр,
Дала шатланыр, нәркәстәй сәскәләнер.
2Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр,
Шатланып тантана итер.
Уға Ливандың даны,
Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер.
Һәммәһе Раббының шөһрәтен,
Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер.
3Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ,
Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ.
4Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ:
«Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ!
Бына һеҙҙең Аллағыҙ,
Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә.
Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».

5Ул саҡта һуҡырҙарҙың күҙҙәре,
Һаңғырауҙарҙың ҡолаҡтары асылыр.
6Аҡһаҡтар болан һымаҡ һикереп торор,
Телһеҙ шатлыҡтан йырлап ебәрер,
Сөнки сүлдә шишмәләр атылыр,
Далала йылғалар аға башлар.
7Ҡыҙған ҡом быуаға,
Сарсаған тупраҡ шишмәгә әйләнер.
Сүл бүреләре йәшәгән урындарҙы
Ҡамыш менән күрән баҫыр.

8Ул урындан оло бер юл үтер,
Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр.
Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ,
Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул.
Унан киткәндәрҙән һис кем,
Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.
9Ул ерҙә арыҫлан булмаҫ,
Йыртҡыс хайуандар ул юлға сыҡмаҫ –
Бында уларҙың һис береһе күренмәҫ,
Бары тик ҡотҡарылғандар йөрөр.
10Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр,
Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер.
Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр,
Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр,
Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.
Copyright information for BakIBT2023