‏ Isaiah 38

Хизкияһтың ауырыуы һәм һауығыуы

1Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп:

– Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең», – тине.

2Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы.

3– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.

4Бынан һуң Ишағыяһҡа Раббы һүҙе булды:

5– Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. 6Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарырмын – был ҡаланы һаҡлап ҡалырмын.

7Әйткән һүҙемде бойомға ашырасағымдың билдәһе шул: 8байып барған ҡояштың Ахаз төҙөгән баҫҡыстан түбәнгә төшөп барған күләгәһен ун баҫҡысҡа кире сигендерәм“».

Шунда ҡояш байып барған еренән кире боролоп, уның күләгәһе ун баҫҡысҡа кире сигенде.

9Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ, сиренән арынып, сәләмәтләнгәндән һуң, былай тип яҙҙы:

10Үҙ-үҙемә әйттем: «Ғүмеремдең уртаһында
Үлеләр донъяһының ҡапҡаһынан үтеп,
Ҡалған йылдарымдан мәхрүм булырмынмы икән ни?»
11Мин уйланым: «Раббыны инде күрмәм,
Эйе, Раббыны тереләр ерендә күрмәм.
Был донъяла йәшәгәндәр менән бергә
Кеше йөҙөн бүтән күрмәм.
12Көтөүсе сатырын һүтеп алған һымаҡ,
Торлағым минән алынды;
Туҡыусы һуҡҡан туҡымаһын төрөп ҡуйғандай,
Мин дә ғүмеремде төрөп ҡуйҙым.
Раббы ғүмеремде, туҡыу станындағы еп һымаҡ, ҡырҡты.
Көнөн-төнөн Ул мине ахырыма алып бара.
13Сабырлыҡ һаҡланым таңға саҡлы;
Раббы, арыҫландай, һөйәктәремде онтаны;
Йә Раббы, Һин мине көнөн дә, төнөн дә
Әжәлемә алып бараһың.
14Ҡарлуғастай сырылданым,
Торна кеүек торҡолданым,
Күгәрсендәй ыңғыраштым,
Күккә текләп, күҙемде талдырҙым:
Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә!

15Нимә тип әйтәйем?
Ул нисек әйтһә, шулай эшләне.
Ҡалған ғүмеремде хәсрәт эсендә үткәрермен.
16Эй бөйөк Хакимым! Бына кеше нимә менән йәшәй!
Бына нимәлә минең тормошом!
Һин мине һауыҡтырырһың һәм һаҡларһың!
17Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем,
Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың;
Гонаһтарымды артҡа бырғаның.
18Сөнки үлеләр донъяһы Һиңә шөкөр итмәҫ,
Үлем мәҙхиә йырламаҫ,
Ҡәбергә төшкәндәр тоғролоғоңа өмөт бағламаҫ.
19Тереләр, бары тереләр генә,
Бөгөн мин шөкөр иткән кеүек, һиңә рәхмәтле булыр.
Аталар Һинең ярҙамың тураһында балаларына аңлатыр.
20Раббы ҡотҡарҙы мине;
Ғүмеребеҙ буйы Раббы ҡорамында
Моңло ҡылдар сиртеп, Уға дан йырларбыҙ».

21– Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. – Хизкияһтың сиҡаны өҫтөнә ябығыҙ – һауығыр.

22Хизкияһ иһә:

– Раббының ҡорамына йөрөй алырыма ишара иткән ниндәй билдә булыр? – тип һораны.

Copyright information for BakIBT2023