Isaiah 4
1Ул көн ете ҡатын, бер иргә йәбешеп: «Үҙ икмәгебеҙҙе ашарбыҙ, үҙ кейемебеҙҙе кейербеҙ, тик һинең исемеңде алайыҡ, беҙҙе хурлыҡтан ҡотҡар», – тип әйтәсәк.Йәрүсәлимдең киләсәге
2Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк. 3Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк. 4Бөйөк Хаким ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр. 5Шунан Раббы Сион тауының һәм унда йыйылғандарҙың өҫтөнә көндөҙ – болот, төндә төтөнләп янып торған ут ебәрер. Раббының шөһрәте бөтә нәмәне япма һымаҡ ҡаплап торор. 6Был япма көндөҙгө эҫелә күләгә бирерлек һыйыныс һәм ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн ышыҡ булыр.
Copyright information for
BakIBT2023