Isaiah 40
Раббы халҡына йыуатыу һүҙҙәре
1«Йыуатығыҙ халҡымды, – ти Аллағыҙ, –Йыуатығыҙ!
2Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ!
Әсирлек дәүеренең бөткәнен,
Ғәйептәренең әжере түләнгәнен,
Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан
Икеләтә алғанын белдерегеҙ».
3Оран һалған тауыш яңғырай:
«Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ,
Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ!
4Уйһыу ерҙәр күтәрелһен,
Тау һәм ҡалҡыулыҡтар түбәнәйһен,
Бормалы юлдар турайһын,
Һикәлтәләр тигеҙләнһен.
5Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр,
Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер.
Раббы Үҙ ауыҙы менән шулай тине».
6Тауыш: «Иғлан ит!» – тине.
Һораным: «Нимә иғлан итәйем?»
«Һәр тере йән – үлән һымаҡ,
Уның бөтә матурлығы – ялан сәскәһеләй.
7Раббы һулышын өрһә,
Үлән ҡорой, сәскә һулый.
Хаҡ, кеше лә ана шул үлән шикелле.
8Үлән ҡорой, сәскә һулый,
Ә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге буласаҡ».
Раббы менән кем тиңләшә ала?
9Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ!Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит!
Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр:
«Бына һеҙҙең Аллағыҙ!»
10Бына, Хакимыбыҙ Раббы көс-ҡеүәте менән килә,
Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән хакимлыҡ итер.
Бүләге Үҙе менән,
Алдынан әжере килә,
11Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр;
Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр,
Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.
12Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән,
Ҡарыш менән күкте хисаплаған?
Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған,
Тауҙарҙы бизмәнләгән,
Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған?
13Раббының Рухына кем юл күрһәткән,
Уға кәңәшсе булып кем өйрәткән?
14Аҡыл алыр, хаҡлыҡҡа өйрәнер өсөн
Кемдән Ул кәңәш һораған?
Кем Раббыға белем биргән,
Зирәклек юлын күрһәткән?
15Раббы өсөн ҡәүемдәр – биҙрәләге тамсы һыу,
Үлсәүҙәге саң бөртөгө кеүек.
Бына, утрауҙарҙы Ул туҙан бөртөгөләй күтәрә!
16Ҡорбандарҙы яндырырға Ливан урмандары ла етерлек түгел,
Уға тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн
Ундағы хайуандар ҙа аҙ.
17Раббы алдында бөтә халыҡтар бер ни түгел,
Юҡтан да аҙ, буп-буш.
18Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ?
Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?
19Һөнәрсе ҡойған ботҡамы?
Көмөшсө уға алтын ялатыр,
Уның өсөн көмөш сылбыр ҡойор.
20Бындайға хәленән килмәгән ярлы
Серемәй торған ағас һайлап алыр,
Урынында ҡыймылдамаҫлыҡ бот яһар өсөн
Оҫта һөнәрсе эҙләр.
21Әллә белмәй инегеҙме? Ишетмәнегеҙме?
Һеҙгә баштан уҡ әйтелмәнеме?
Ер нигеҙе нисек ҡуйылғанын аңламанығыҙмы ни?
22Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра,
Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек.
Ул күкте пәрҙә кеүек киргән,
Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.
23Түрәләрҙе Ул юҡҡа сығара,
Донъя хакимдарын бушҡа әйләндерә.
24Улар яңы ултыртылған, сәселгән үҫенте һымаҡ:
Ергә саҡ-саҡ тамырланыуҙары була,
Ул, тынын өрөп, уларҙы ҡорота ла,
Дауыл һалам кеүек осороп алып китә.
25«Мине кем менән сағыштырырһығыҙ?
Кем Минең менән тиңләшә ала?» – ти Изге.
26Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ:
Быларҙың барыһын кем яратты?
Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы,
Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы.
Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында
Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.
27Эй Яҡуп нәҫеле, ни өсөн һин:
«Раббы башыма төшкәнде белмәй», – тиһең?
Эй Исраил халҡы, ниңә:
«Аллам минең дәғүәмде онотҡан», – тип әйтәһең?
28Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме?
Раббы – мәңгелек Алла,
Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы.
Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй!
Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.
29Ул арығанға көс бирер,
Хәлдән тайғандың ҡеүәтен арттырыр.
30Хатта йәштәр ҙә арый, талсыға;
Егеттәр ҙә абынып йығыла.
31Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр,
Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер.
Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр,
Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.
Copyright information for
BakIBT2023