Isaiah 41
Раббының Исраилға вәғәҙәһе
1Раббы былай ти:«Тын ҡалып Мине тыңлағыҙ, яр буйҙары!
Халыҡтар яңы көс йыйһын;
Яҡын килеп һөйләһендәр:
„Хөкөм өсөн бергә тупланайыҡ“.
2Көнсығыштан кем ҡотҡарыусыны алып килде?
Кем уға хеҙмәт итергә әмер бирҙе?
Халыҡтарҙы уның ихтыярына кем тапшыра?
Кем батшаларҙы баш эйҙерә?
Ҡылысы менән уларҙы саң-туҙанға әйләндерә,
Уҡ-йәйәһе менән ел осорған һаламдай туҙҙыра.
3Ҡыуалар уларҙы,
Һис кем аяҡ баҫмаған юлдан имен-аман алып барыр.
4Кем быларҙы ойошторҙо, бойомға ашырҙы?
Башланмыштан алып быуын-быуынды донъяға саҡырыусы кем?
Мин Раббы – беренсемен,
Һуңғылар менән дә Мин буласаҡмын!»
5Яр буйҙары, быны күреп, ҡурҡты.
Ерҙең сиктәре тетрәнде.
Килеүселәр яҡынлашты.
6Һәр кем иптәшенә ярҙам итә,
Туғанына: «Һин ныҡ тор!» – тип әйтә.
7Һөнәрсе иретеүсене ҡеүәтләй,
Сүкеүсе һандалда тимер йәйеүсене дәртләндерә:
«Яҡшы булды!» – тип маҡтай,
Ҡыймылдамаһын өсөн ботто ҡаҙау менән нығыта.
8«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. –
Үҙем һайлап алған Яҡуп,
Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!
9Мин һеҙҙе ер сиктәренән йыйып алдым,
Иң алыҫ урындарынан саҡырҙым:
„Һин Минең ҡолом, һине һайланым,
Мин һине ситкә типмәнем“, – тип әйттем.
10Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен;
Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң.
Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен.
Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.
11Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр.
Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр.
12Эҙләрһең, дошмандарыңды таба алмаҫһың,
Һинең менән көрәшкәндәр,
Һиңә дошмандар тотош юҡ булыр.
13Сөнки һинең уң ҡулыңдан тотоп:
„Ҡурҡма, һиңә ярҙам итәм“, – тигән Аллаң Раббы Мин.
14„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле;
Эй Исраил халҡы, ҡурҡма!
Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, –
Мин Исраилдың Изгеһе,
Һинең Ҡотҡарыусыңмын.
15Бына, һине яңы, осло тешле ашлыҡ һуҡҡыс иттем,
Һин тауҙарҙы сүкеп онтарһың,
Түбәләрҙе кәбәккә әйләндерерһең.
16Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер,
Дауыл тирә-яҡҡа таратыр;
Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр,
Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.
17Ярлы-фәҡир менән мохтаждар,
Һыу эҙләп тапмаған саҡта,
Сарсауҙан телдәре ҡорор.
Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын,
Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам!
18Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан йылға ағыҙырмын,
Далаларҙа шишмә сығарырмын,
Сүлде – күлгә, ҡоро тупраҡты инешкә әйләндерермен.
19Сүлдә кедр, сәрүәр ағастары,
Мирт һәм зәйтүн ултыртырмын;
Далала кипарис, ҡарағай,
Платан ағастарын бергә үҫтерермен.
20Кешеләр күрһен дә белһен,
Бергә уйлап аңлаһындар –
Быларҙы Раббы ҡулы эшләгән,
Исраилдың Изгеһе булдырған».
Боттарҙың бер нәмәгә лә яраҡһыҙлығы
21«Дәғүәгеҙҙе әйтегеҙ, – ти Раббы. –Дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ, – ти Яҡуптың Батшаһы. –
22Ҡайҙа, боттарығыҙҙы алып килегеҙ,
Беҙгә ниҙәр буласағын әйтеп бирһен;
Булып үткәндәрҙе һөйләһендәр,
Төшөнәйек, аҙағын беләйек,
Беҙгә киләсәк тураһында хәбәр итһендәр.
23Эй боттар, бынан һуңға буласаҡты һөйләгеҙ,
Беҙ һеҙҙең алла булғанығыҙҙы беләйек.
Әйҙә берәй яҡшылыҡ йәки яуызлыҡ эшләгеҙ ҙә,
Һәммәбеҙ ҙә ҡурҡыуға ҡалайыҡ!
24Әммә һеҙ бер ни ҙә түгел,
Бер нәмә лә эшләй алмайһығыҙ;
Һеҙҙе һайлап алған кеше ерәнгес.
25Мин төньяҡтан берәүҙе ҡуҙғаттым һәм ул килә;
Көнсығыштан исемем менән саҡыра.
Көршәксе балсыҡ баҫҡандай,
Хакимдарҙы аяҡ аҫтына һалып тапай.
26Беҙ белһен өсөн был хаҡта
Кемегеҙ алдан уҡ хәбәр итте?
Беҙ: „Ул хаҡлы булған“, – тип әйтә алһын өсөн
Был турала алдан уҡ белдерҙе?
Әйтеүсе лә, иғлан итеүсе лә,
Һүҙҙәрегеҙҙе ишетеүсе лә булманы.
27Сионға: „Бына нимәләр буласаҡ!“– тип
Беренсе булып Мин әйттем;
Йәрүсәлимгә һөйөнсө белдереүсе ебәрҙем.
28Боттарға ҡарайым,
Араларында кәңәш бирерлек береһе юҡ,
Һораным, һис яуап ала алманым.
29Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел,
Улар бер нәмә лә эшләй алмай.
Кешеләрҙең яһаған боттары
Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ».
Copyright information for
BakIBT2023