‏ Isaiah 42

Раббы ҡоло

1«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом,
Уны Үҙем һайлап алдым!
Күңелем уны хуш күрә;
Уны Рухым менән һуғарҙым,
Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.
2Ул ҡысҡырмаҫ, тауышын күтәрмәҫ,
Урамдарҙа өнө-тыны ишетелмәҫ.
3Сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ,
Быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ;
Ул тоғролоҡ менән ғәҙел хөкөм ҡылыр.
4Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем
Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул.
Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә».

5Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған,
Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған,
Донъялағы халыҡтарға һулыш,
Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:
6 7«Мин, Раббы, һине Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән саҡырҙым,
Һине етәкләрмен, хәстәрләрмен.
Һуҡырҙарҙың күҙен асыр өсөн,
Зиндандағы әсирҙәрҙе,
Ҡараңғыла ултырған тотҡондарҙы сығарыр өсөн
Һине халыҡҡа – килешеүемдең билдәһе,
Ҡәүемдәргә яҡтылыҡ нуры итермен.
8Мин – Раббы, был – Минең исемем!
Шөһрәтемде башҡаларға,
Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.
9Ҡарағыҙ, әүәл әйткәндәрем ғәмәлгә ашты.
Инде хәҙер яңыларын иғлан итәм.
Тормошҡа ашып өлгөрмәҫтән белдерәм».

Раббыға маҡтау йыры

10Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә,
Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы!
Раббыға яңы йыр йырлағыҙ;
Донъяның иң алыҫ ерҙәренән
Уға маҡтау яуҙырығыҙ!
11Сүллек һәм сүллектәге ҡалалар,
Ҡыдар халҡы йәшәгән төбәктәр геүләшһен.
Селала йәшәүселәр тантана итһен,
Тау түбәләренән ауаз һалһын.
12Һәммәһе лә Раббыны данлаһын,
Уны яр буйындағы илдәр ҙә маҡтаһын!
13Бәһлеүәндәй сығыр Раббы,
Яугир кеүек ғәйрәтләнер;
Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр,
Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер.

14«Күп замандар тауыш сығарманым,
Түҙҙем, сабыр иттем.
Инде тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ҡысҡырам;
Тыным бөтөп, йотлоғоп һулыш алам.
15Тауҙарҙы, ҡалҡыулыҡтарҙы ҡоротормон,
Ундағы бар йәшеллек кибәсәк.
Йылғаларҙы утрауҙарға әйләндерермен,
Күлдәрҙе киптерермен.
16Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен,
Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн.
Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм,
Суғырмаҡты тигеҙ итәм.
Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам,
Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам.
17Шул саҡ боттарға өмөтләнеүселәр,
Ҡойолма илаһтарға: „Һеҙ – беҙҙең аллабыҙ“, – тиеүселәр,
Хурлыҡҡа ҡалып ҡасыр».

Исраилдың һабаҡ алмауы

18«Һаңғырауҙар, ишетегеҙ!
Эй һуҡырҙар, ҡарағыҙ, күрегеҙ!
19Ҡолом ҡәҙәр бүтән һуҡыр бармы?
Ебәргән илсем һымаҡ һаңғырау бармы?
Мин һайлағандар шикелле һуҡыр бармы?
Бармы һуҡыр Раббының ҡололай?
20Күп нәмәләр күрҙең, тик иғтибарға алманың;
Ҡолағың асыҡ ине, тик ишетмәнең».

21Үҙенең хаҡлығын раҫлар өсөн
Раббы Үҙ ҡанунын бөйөк һәм данлы итергә теләне.
22Әммә был халыҡ таланған һәм иҙелгән,
Соҡорҙарға ырғытылған, зиндандарға бикләнгән.
Табышҡа әйләнгәндәр, ҡотҡарыусы юҡ.
Таланғандар, «Кире бир!» – тип әйтеүсе юҡ.

23Ҡайһығыҙ ошоға ҡолаҡ һалыр,
Киләсәктә кем иғтибар менән тыңлар?
24Яҡуп нәҫелен, Исраилды талаусыға,
Юлбаҫарҙар ҡулына кем тотторҙо?
Раббы Үҙе түгелме ни?
Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ;
Исраил халҡы Уның юлынан барырға теләмәне,
Ҡанунына ҡолаҡ һалманы.
25Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын,
Һуғыш дәһшәтен түкте;
Ут уларҙы солғап алды,
Әммә улар аңламаны.
Ялҡын яндырҙы,
Тик улар төшөнөргә теләмәне.
Copyright information for BakIBT2023