Isaiah 42:1-4
Раббы ҡоло
1«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом,Уны Үҙем һайлап алдым!
Күңелем уны хуш күрә;
Уны Рухым менән һуғарҙым,
Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.
2Ул ҡысҡырмаҫ, тауышын күтәрмәҫ,
Урамдарҙа өнө-тыны ишетелмәҫ.
3Сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ,
Быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ;
Ул тоғролоҡ менән ғәҙел хөкөм ҡылыр.
4Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем
Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул.
Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә».
Copyright information for
BakIBT2023