Isaiah 43
Исраилдың берҙән-бер Ҡотҡарыусыһы – Раббы
1Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан,Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти:
«Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым,
Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!
2Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын;
Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ;
Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың –
Ялҡын һине һәләк итмәҫ.
3Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын,
Исраилдың Изгеһемен,
Һинең Ҡотҡарыусыңмын.
Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем;
Куш менән Севаны түләнем.
4Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға,
Һине яратҡанға күрә,
Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе,
Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.
5Ҡурҡма, Мин һинең менән!
Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен,
Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.
6Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“
Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. –
Улдарымды алыҫтан,
Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –
7Исемем менән саҡырған һәр кешене,
Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан,
Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән
Һәр кешене кире килтер!“– тиермен.
8Күҙҙәре булһа ла һуҡыр,
Ҡолаҡтары булһа ла һаңғырау, халыҡты килтер!
9Бөтә ҡәүемдәр бергә тупланһын,
Өмәттәр бергә йыйылһын!
Араларынан кем элек булғандарҙы әйтеп биргән?
Әле булмағандарҙы алдан белдергән?
Шаһиттарын саҡырһын, хаҡлығын иҫбатлаһын,
Аҡланһындар, уларҙы тыңлап,
Башҡалар ишетеп: „Был дөрөҫ!“– тип әйтһен».
10«Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, –
Үҙем һайлап алған ҡолдарым,
Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип,
Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип
Һеҙҙе һайлап алдым.
Миңә тиклем бүтән аллалар булманы,
Минән һуң да булмаясаҡ!
11Мин, бары Мин генә – Раббы,
Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ.
12Мин Үҙем әйттем, ҡотҡарҙым.
Шул турала иғлан иткән – Мин ул,
Арағыҙҙа башҡа аллалар юҡ ине.
Һеҙ – Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы. –
Мин – Алла!
13Мин – борондан бирле Алламын,
Минең ҡулдан бер кем ҡотҡара алмаҫ!
Мин эшләгәндә, кем Миңә ҡамасаулар?»
Раббының ҡотолоуға юл асыуы
14Һеҙҙе йолоп алған Раббы,Исраилдың Изгеһе былай ти:
«Һеҙҙең хаҡҡа Мин Бабилға сиреү ебәрәм,
Барыһын да ҡасаҡ итәм,
Кәмәләре менән маҡтанған халдейҙарҙы иңрәтәм.
15Мин – Раббы, һеҙҙең изге Аллағыҙ,
Исраилды Бар ҡылған һеҙҙең Батшағыҙ!»
16– 17Раббы диңгеҙҙә – юл,
Ташҡын һыуҙар аша һуҡмаҡ һалды,
Яу арбалары, аттары менән
Ҡаһарман яугирҙәр ғәскәрен юлға сығарҙы –
Улар йығылды ла тора алманы,
Баҫылған шәм филтәһеләй һүндерелде.
Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы былай ти:
18«Һеҙ элек булғандарҙы иҫегеҙгә алмағыҙ,
Әүәлгеләр тураһында уйламағыҙ.
19Бына Мин яңы бер ғәмәл ҡылам!
Ул хәҙер үк башланыр.
Һеҙ шуны аңламаҫһығыҙмы?
Мин сүлдә юл һалам,
Ҡоро ерҙә йылғалар ағыҙам.
20Ҡырағай йәнлектәр, сүл бүреләре һәм дөйәғоштар Мине данлар,
Сөнки, һайлап алған халҡымды һуғарыр өсөн,
Сүлгә һыу, ҡыу далаға йылғалар бирәм.
21Был халыҡты Мин Үҙем өсөн бар ҡылдым,
Улар Миңә маҡтау йырлар.
Раббының Исраилдың гонаһтарын ғәфү итеүе
22Ә һин, Яҡуп, Мине саҡырманың,Һин Минән ауырһындың, Исраил!
23Тотош яндырыу ҡорбаны итеп,
Һин Миңә һарыҡтар килтермәнең,
Ҡорбандарың менән Миңә хөрмәт күрһәтмәнең.
Мин өҫтөңә ҡыйынлыҡ һалманым –
Икмәк саҙаҡалары талап итмәнем,
Хуш еҫ ҡорбандары таптырып йонсотманым.
24Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың,
Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның.
Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең,
Ғәйептәрең менән йонсоттоң.
25Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма
Енәйәттәреңде юйып ташлайым,
Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.
26Дәғүәңде иҫемә төшөр, хөкөмләшәйек;
Үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат ит, һөйлә!
27Һинең тәү бабаң гонаһ ҡылды,
Аралашсыларың ▼
▼ Аралашсыларың – йәғни ҡаһиндар һәм пәйғәмбәрҙәр.
Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.28Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым,
Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.
Copyright information for
BakIBT2023