‏ Isaiah 46

Исраил Аллаһы һәм Бабил боттары

1Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде.
Уларҙың һындары үгеҙҙәргә,
Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде;
Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ,
Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.
2Барыһы бергә буйһондо, теҙ сүкте,
Улар инде йөктө ҡотҡара алманы,
Үҙҙәре иһә әсирлеккә төштө.

3«Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле,
Исраил халҡының иҫән ҡалғандары!
Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым,
Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.
4Һеҙ ҡартайғансы Мин шул булырмын,
Сәсегеҙ ағарғансы йөкмәп йөрөрмөн.
Үҙем яраттым, Үҙем күтәрәм,
Үҙем һине күтәрәм, Үҙем ҡотҡарам.

5Мине кемгә оҡшатырһығыҙ?
Кем менән сағыштырырһығыҙ?
Оҡшашлыҡ табып, кемгә тиңләрһегеҙ һуң?
6Янсыҡтан алтын алалар,
Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар,
Илаһ ҡойҙоралар.
Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.
7Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр,
Урынына илтеп ҡуялар.
Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора.
Ялыналар – ул яуап ҡайтармай,
Бер бәләнән дә ҡотҡармай.

8Эй фетнәселәр, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ,
Күңелдә йөрөтөгөҙ, башығыҙҙан сығармағыҙ!
9Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ,
Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ,
Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ.
10Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм;
Борон замандарҙан алып
Ни булырын алдан белдерәм:
„Ниәтемде ғәмәл итәм,
Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.
11Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто,
Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусыны саҡырҙым.
Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм,
Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам!

12Күңелдәре ҡаты, тоғролоҡтан алыҫ торғандар,
Тыңлағыҙ Мине!
13Бына Мин хаҡлыҡ алып киләм, ул инде алыҫ түгел,
Минең ҡотҡарыуым оҙаҡламаҫ.
Сионға – ҡотолоу, Исраилға шөһрәтемде бүләк итәм».
Copyright information for BakIBT2023