Isaiah 47
Бабилдың түбәнһетелеүе
1«Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ,Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр.
Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр!
Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр.
2Тирмән ташы ал да он тарт;
Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр,
Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис.
3Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер.
Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын».
4Беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ – Исраилдың Изгеһе,
Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!
5Раббы былай ти: «Халдей ҡыҙы,
Ҡараңғыға олаҡ та шым ғына ултыр.
Сөнки бынан ары һине
„Батшалыҡтар хакимәһе“тип йөрөтмәҫтәр.
6Үҙ халҡыма асыуландым,
Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем.
Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең,
Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.
7„Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең,
Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын
Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең.
8Гел рәхәттә аман йәшәгән ҡыҙ,
Эсеңдән генә: „Мин генә, минән башҡаһы юҡ;
Бер ваҡытта ла тол ҡалмам, бала ҡайғыһы күрмәм“, – тигәйнең.
Хәҙер инде тыңла.
9Был ике бәлә бер көндә,
Көтмәгәндә башыңа төшәсәк:
Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан,
Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың.
10Яуызлығыңа таяндың;
„Мине һис кем күрмәй“, – тинең.
Һине аҡылың менән белемең юлдан яҙҙырҙы.
„Мин генә, минән башҡа юҡ“, – тип уйланың.
11Бәлә килер – арбай алмаҫһың,
Ҡаза төшөр – ҡыуа белмәҫһең.
Ҡапыл әле уйыңда ла булмаған һәләкәткә юлығырһың.
12Әйҙә, йәш сағыңдан шөғөлләнгән
Сихырҙарың менән маташ,
Әпсен-төпсөндәреңде ташлама,
Бәлки берәй нәмәгә һин ирешерһең,
Бәлки берәйһен ҡурҡыта алырһың.
13Кәңәштәрҙән йонсоп бөттөң инде.
Әйҙә, күкте күҙәтеүселәр һәм йондоҙсолар,
Яңы айға ҡарап юраусылар килеп,
Башыңа төшкән ҡазаларҙан ҡотҡарһын.
14Ана, улар һалам кеүек:
Ут уларҙы яндырып юҡ итер.
Үҙҙәрен дә ялҡындан ҡотҡара алмаҫтар.
Йылынырлыҡ ҡуҙ түгел был,
Алдында ултырырлыҡ ут түгел.
15Кемдәр менән йәштән бергә эшләнең, сауҙа ҡорҙоң,
Һәммәһе лә үҙ юлына китер, һине ҡотҡарыусы булмаҫ».
Copyright information for
BakIBT2023