‏ Isaiah 49

Раббы ҡолоноң йыры

1Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине!
Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ!
Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы,
Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште.
2Телемде үткер ҡылыстай итте.
Ҡулының күләгәһе менән мине ҡапланы.
Ул мине, осло уҡ итеп, үҙ һаҙағында һаҡланы.
3Ул миңә: «Һин – Минең ҡолом, Исраил,
Һинең аша шөһрәт ҡаҙанырмын», – тине.

4Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын,
Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. –
Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен,
Әжерем – Раббы ҡулында».

5Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр,
Исраилды Үҙ янында туплар өсөн,
Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ
Үҙ ҡоло итеп яратты.
Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым,
Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды.
6Инде Ул былай ти:
«Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу,
Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн,
Ҡолом булыуың ғына етмәгән,
Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң
Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип,
Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».
7Кешеләр тарафынан хурланған,
Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән,
Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа
Исраилдың Ҡотҡарыусыһы,
Изге Аллаһы Раббы былай ти:
«Тоғро Раббы хаҡына,
Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар
Һине күреп аяғүрә баҫыр,
Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».

Сион балаларының кире ҡайтыуы

8Раббы былай ти:
«Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым,
Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем.
Илде аяҡҡа баҫтырыу,
Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн
Мин һине ҡурсалармын,
Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың.
9Тотҡондарға: „Сығығыҙ“,
Ҡараңғыла ултырғандарға:
„Күренегеҙ“, – тип әйтерһең.
Улар юл буйы туйынып килер,
Хатта яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа утлау табыр.
10Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар,
Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға.
Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер,
Шишмәләргә алып килер.
11Бөтә тауҙарымды юлға әйләндерәм,
Оло юлдарымды күтәртәм.
12Бына халҡым йыраҡтарҙан,
Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан,
Ҡайһыһы Синимдан
Синим – боронғо Мысырҙың иң көньяғында урынлашҡан ҡала, хәҙерге Асуан.
килеп етер.

13Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө!
Тауҙар гөрләшеп тантана итһен!
Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе,
Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды».

14Ә Сион: «Раббы мине ташланы,
Бөйөк Хакимым онотто мине!» – тине.
15Раббы иһә:
«Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. –
Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме?
Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла,
Мин һине бер ваҡытта ла онотмам.
16Ҡара, исемеңде Үҙемдең усыма яҙҙым.
Диуарҙарың һәр саҡ күҙ алдымда.
17Уландарың ашығып һиңә килер,
Ә талаусылар, емереүселәр сығып ҡасыр.
18Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара:
Барыһы йыйылып һиңә килә.
Мин Раббы, барлығым менән ант итеп белдерәм:
Һин уларҙы затлы биҙәүес һымаҡ тағырһың,
Кәләш һымаҡ улар менән биҙәнерһең.

19Харабаға әйләнеп, бушап ҡалғайның,
Илең тотош таланғайны.
Әммә, Сион, халҡың өсөн ерҙәрең тар булыр,
Һине харап иткәндәр алыҫҡа ҡасыр.
20Әле ишетерһең, әсирлектә тыуған балаларың:
„Бында беҙҙең өсөн бик тар,
Иркенләп йәшәргә урын бир“, – тип әйтер.
21Шул ваҡыт эсеңдән генә:
„Быларҙы минең өсөн кем тыуҙырҙы?
Мин бит балаһыҙ ҡалғайным, түлһеҙ инем.
Һөргөнгә ҡыуылдым, алыҫҡа быраҡтырылдым.
Кем үҫтергән һуң уларҙы?
Япа-яңғыҙ ҡалғайным бит,
Ҡайҙан килгәндәр һуң улар?“– тип әйтерһең».

22Раббы Хаким былай ти:
«Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен,
Халыҡтарға байрағымды күтәрермен.
Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында,
Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер.
23Батшалар – һине аҫрауға алған ата,
Батшабикәләр һөт әсәһе булыр.
Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр,
Аяғыңдың туҙанын яларҙар.
Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың.
Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».

24Мәгәр көслөнөң ҡулынан яумалын,
Залимдан тотҡондарҙы тартып алып буламы?
25«Эйе, – ти Раббы. –
Көслөнөң ҡулындағы тотҡондар азат ителәсәк.
Залимдың ҡулынан яумалы тартып алынасаҡ.
Һинең менән алышҡандар менән Мин алышырмын,
Балаларыңды Мин ҡотҡарырмын!
26Һине йәберләгәндәргә
Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын.
Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер.
Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр:
Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың,
Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».
Copyright information for BakIBT2023