‏ Isaiah 5

Йөҙөм баҡсаһы тураһында йыр

1Йән дуҫыма уның йөҙөм баҡсаһы тураһында йырлайым әле:
Ере уңдырышлы ҡалҡыулыҡта
Йән дуҫымдың йөҙөм баҡсаһы бар ине.
2Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты,
Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты.
Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты,
Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы.
Баҡсаһынан татлы емеш көттө,
Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.

3Инде, эй Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр,
Йәһүҙәне төйәк иткәндәр,
Минең менән баҡсам араһында хөкөмдар булығыҙ!
4Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем?
Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?
5Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм:
Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар.
Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр.
6Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм:
Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр,
Ерен йомшартмаҫтар –
Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын.
Болоттарға бойороҡ бирәм:
Өҫтөнә ямғыр яумаһын.

7Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул;
Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре!
Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош.
Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!

Исраил халҡының яуыз ғәмәлдәре

8Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың,
Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы!
Инде башҡаларға урын ҡалмай бара!
Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме?
9Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙҙәрен ишеттем мин:
«Был ҙур, күркәм йорттар буш ҡаласаҡ,
Уларҙа йәшәүсе булмаясаҡ.
10Ун пар үгеҙ бер көн һөрә торған баҡсанан
Тик бер бат шарап сығасаҡ,
Сәселгән бер хомер орлоҡ
Бер генә эфа
Бат, хомер, эфа – бат – шыйыҡлыҡ үлсәү берәмеге, 22 л; хомер – ашлыҡ, он үлсәү берәмеге, 220 л; эфа – ашлыҡ, он үлсәү берәмеге, яҡынса 22 л.
уңыш бирәсәк».

11Иртә таңдан хәмер эҙләп,
Төнгә тиклем шарап эсеп,
Ҡыҙмаса йөрөгәндәрҙең башына ҡайғы!
12Уларҙың мәжлестәрендә
Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары!
Шарап аға йылға булып!
Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ,
Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр.
13Шуға ла халҡым, белдекһеҙлеге өсөн,
Һөргөнгә олаҡтырылыр;
Затлылары аслыҡтан ҡырылыр,
Ябайҙары һыуһыҙлыҡтан ғазапланыр.
14Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе,
Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты:
Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла,
Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр.
15Әҙәм күндәмләнер,
Кеше теҙ сүгергә мәжбүр булыр,
Тәкәббер күҙҙәр ергә төбәлер.
16Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Ғәҙеллеге менән ҙурланыр,
Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән
Үҙенең изгелеген күрһәтер.

17Һарыҡтар унда үҙ көтөүлегендәге һымаҡ йөрөр.
Һимеҙ бәрәстәр харабалар араһында утлар.

18Енәйәтте – ялғанлыҡ бауҙары,
Гонаһты дилбәгә менән һөйрәгәндәрҙең башына ҡайғы!
19Улар: «Тиҙерәк булһын,
Эшен йәһәтерәк ғәмәлгә ашырһын, күрәйек.
Исраил Изгеһенең ниәте үтәлһен, беләйек», – тиҙәр.
20Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәргә,
Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәргә,
Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!
21Үҙҙәрен белдекле тип иҫәпләгәндәргә,
Аҡыллы һанағандарға ҡайғы!
22Шарап һемергәндә – батыр,
Хәмерҙе бутап эскәндә ғәйрәтле булғандарға ҡайғы!
23Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара,
Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!

24Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән,
Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек,
Уларҙың тамыры серер,
Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер.
Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты,
Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар!
25Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды.
Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо!
Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ
Урамдарҙа аунап ятты.
Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ,
Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.

26Раббы йыраҡтағы ҡәүемдәрҙе – әләм күтәреп,
Ер сигендә йәшәгәндәрҙе һыҙғырып саҡырыр;
Улар бик тиҙ килеп етер.
27Араларында арыған да, абынған да булмаҫ.
Береһе бер күҙ ҙә йоммаҫ, йоҡламаҫ та.
Билдәрендәге билбауҙары сиселмәҫ,
Ҡаталарының ҡайышы өҙөлмәҫ.
28Уҡтары осланған, йәйәләре кирелгән;
Аттарының тояҡтары – саҡматаш,
Арба тәгәрмәстәре – өйөрмәләй.
29Уларҙың арыҫландай ырылдағаны ишетелә;
Йәш арыҫландай үкерә улар,
Табыштарын эләктереп,
Һөйрәкләп алып китәләр –
Бер кем дә ҡотҡара алмаясаҡ.
30Ул көндө ҡоторған диңгеҙ кеүек
Исраилға ажарланып ташланырҙар.
Ергә баҡҡан һәр кем тик ҡараңғылыҡ һәм ҡайғы күрер.
Ҡара болот яҡтылыҡты ҡаплап алыр.
Copyright information for BakIBT2023