Isaiah 5:1-2
Йөҙөм баҡсаһы тураһында йыр
1Йән дуҫыма уның йөҙөм баҡсаһы тураһында йырлайым әле:Ере уңдырышлы ҡалҡыулыҡта
Йән дуҫымдың йөҙөм баҡсаһы бар ине.
2Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты,
Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты.
Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты,
Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы.
Баҡсаһынан татлы емеш көттө,
Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023