Isaiah 50
1Раббы былай ти:«Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә?
Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме?
Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ,
Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.
2Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине?
Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы?
Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы?
Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме?
Минең асыуым диңгеҙ киптерә,
Йылғалар сүлгә әйләнә;
Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.
3Мин күккә ҡараңғылыҡ япмаһы ябам,
Хәсрәт кейеме кейҙерәм».
Раббы ҡолоноң икенсе йыры
4Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип,Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе.
Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип,
Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.
5Раббы Хаким ҡолағымды асты,
Ҡаршылашманым, артҡа сикмәнем.
6Туҡмағандарға – арҡамды,
Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым;
Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным.
7Раббы Хаким ярҙам итә миңә,
Шуға күрә хурлыҡ миңә ҡағылманы;
Йөҙөмдө саҡматаш һымаҡ иттем,
Сөнки беләм: мәсхәрәгә ҡалмам.
8Мине хаҡҡа сығарыусы яҡыная.
Кем минең менән дәғүәләшергә теләй?
Күҙмә-күҙ ҡарашып баҫһын.
Кем ғәйепләүсе? Яныма килһен!
9Раббы Хакимым Үҙе миңә ярҙам итә:
Кем мине ғәйеплегә сығара алыр?
Улар барыһы ла кейем кеүек туҙып бөтөр,
Уларҙы көйә ҡалдырмаҫ.
10Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан,
Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар?
Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше
Раббының исеменә өмөт бағлаһын,
Аллаһына арҡаланһын!
11Әммә һеҙ, ут яҡҡан,
Ялҡынлы уҡ менән ҡоралланған һәр кем
Үҙегеҙҙең утығыҙҙың,
Ҡыҙған уҡтарығыҙҙың ялҡынына юлығығыҙ.
Минән аласағығыҙ шул:
Ғазап эсендә ятасаҡһығыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023